Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
3 Июнь 2019, 19:15

4 июнь республикала – Ураҙа байрамы

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Ураҙа байрамы уңайынан быйыл 4 июнь ял – байрам көнө тип иғлан ителгән.

Өфөнөң «Ватан» этно-паркында башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙарының сығышы, хәләл йәрминкә, бүләктәр уйнатыу ҡаралған. «Башҡортостан» Lifestyle үҙәге янында ла байрам итеү өсөн майҙансыҡ ойошторола. Бөтә майҙансыҡтарҙа ла былау менән һыйлайҙар.
«Ойоштороусылар 10 меңдән ашыу кешене былау менән һыйларға уйлай. Был — үҙенсәлекле проект, башҡа төбәктәрҙә мосолман байрамын беҙҙәге кеүек үткәргәндәре юҡ», — тип белдерҙеләр Өфө хакимиәтендә.
Читайте нас: