Ашҡаҙар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
7 Июнь 2019, 12:43

НАМАҘ ҘА УҠЫНЫЛАР, Күңел дә астылар

Стәрлетамаҡта Ураҙа байрамы гөрләп үтте.Мосолман донъяһындағы иң ҙур байрамдарҙың береһе – Ураҙа ғәйете. Быйыл 5 майҙан башлап сәләмәтлектәре мөм-кинлек биргән мосолмандар ай дауамында ашау-эсеүҙән тыйылып торҙо, ризыҡланыу ҡояш байығас ҡына рөхсәт ителде. Ошо изге ай тамамланғас та Ураҙа ғәйете 3 көн дауам итә. Был осорҙа мосолмандар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә, туғандарының хәлен белешә, мәрхүмдәрҙе зыярат ҡыла.

Ураҙа байрамы уңайынан Стәрлетамаҡта ла меңдәрсә мосолмандар ғәйет намаҙҙарын уҡырға, баш-күҙ иҫәнлегенә хәйер-саҙаҡалар һалырға тип, мәсеттәргә ағылды. Байрам, һәр йылдағыса, яңы мәсеттә һәм иҫке мәсеттә Ғәйет намаҙы уҡыуҙан башланды. Был көндө шулай уҡ һәр йылдағыса Ҡаранай Моратов урамында төҙөлөп ят-ҡан мәсет алдындағы майҙанда Һабантуй һәм спорт саралары ла уҙғарылды. Унда байрам айҡанлы халыҡты бушлай былау менән һыйлау ойошторолдо.
Ғәйет байрамы көн дауамында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә лә барҙы. Ә көндөҙгө сәғәт 12-нән Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары сығышын ҡарарға мөмкин ине. Көндөҙгө сәғәт 3-тә паркта ял итеүсе халыҡ өсөн байрам уңайынан һый-хөрмәт ойошторолдо.
Ураҙа ғәйете айҡанлы, Баш-ҡортостан мосолмандарын республика етәксеһе Радий Хәбиров изге байрам менән ҡотлап ҡына ҡалманы, үҙе лә Өфөлә “Ләлә-Тюльпан” мәсетенә инеп, Рәсәй Үҙәк Диниә назаратының юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин байрам вәғәзе һөйләгәндән һуң, мосолмандар менән бергә байрам намаҙы уҡыны.
Күп быуатлыҡ ислам мәҙә-ниәтенең иң күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған был изге Рамаҙан айы диндарҙар өсөн рухи үҫеш, изгелек, тыныслыҡ һөйөү, мәрхәмәтлек кеүек гүзәл сифаттарҙы күрһәтеү осорона әүерелде. Ул – Башҡортостандың быуаттар дауамында һаҡланып килгән иң ҙур рухи байлығы. Динебеҙ киләсәктә лә илебеҙҙә милләт-ара татыулыҡты нығы-тыуға, республикабыҙҙың сәскә атыуына булышлыҡ итһен. Ошондай байрамдар гөрләп үтһен.
Роза САФИНА.
Читайте нас: