Фильмда Данис ролен башҡарған Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө һанлы гимназияһы уҡыусыһы Азамат Шаһисолтанов “Балалар кинола” но-минацияһында билдәләнһә, режиссер Руслан Юлтаев “Тыныслыҡ хаҡына” махсус премияһына лайыҡ булды. “Фестиваль эшендә Рәсәйҙең 80 төбәгенән 4 меңгә яҡын бала, билдәле актерҙар, режиссерҙар ҡатнашты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ – бар эштәрҙе Балалар жюриһы баһаланы”, – ти Руслан Юлтаев.