Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
9 Август 2019, 13:21

Иманға киләйек, йәмәғәт!

Ҡорбан ғәйете алдынан беҙ ошо изге байрамды нисек үткәреүҙәре, ғөмүмән, дин тураһындағы фекерҙәре хаҡында белешергә теләп, гәзит уҡыусыға мөрәжәғәт иттек.

Венер КИНЙӘБУЛАТОВ, Наумовка ауылынан:

- Ҡорбан салыу – Хоҙайға яҡынайыу тигән һүҙ. Әлхәмдүлилләһ, хәҙер халыҡ күпләп иманға килә – баш-күҙ иҫәнлеге өсөн ҡорбан салдыра, ҡөрьән уҡыта, намаҙға баҫа. Күптәр иманға яҡын кешеһен юғалтҡандан һуң килә. Кемдер ҡаты ауырыуға дусар булғас, кемдер бәлә-ҡазаға юлыҡҡандан һуң ғына ҡорбан салыуҙың әһәмиәтен аңлай башлай. Ошо һынауҙарҙың килгәнен көтмәйенсә, иман юлына баҫһаҡ ине.

Ҡорбан күп төрлө була: нәҙер ҡорбаны, ғаҡиҡа ҡорбаны һ.б. Был ҡорбан – ғәйет ҡорбаны. Ул Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу өсөн салына.

Әле беҙ атай-әсәйҙәребеҙҙең Совет заманында үтәлмәй ҡалған бурысын үтәйбеҙ. Ул заман динде нисек кенә ҡыҫырыҡлаһалар ҙа, дин тотоу тыйылһа ла, ҡасып-боҫоп булһа ла тигәндәй, ҡорбан салғандар, ҡөрьән уҡытырға тырышҡандар. Хәҙер теләгән һәр кем ҡурҡмай ҡорбан сала ала. Шул рәүешле нәҫел-ырыуыбыҙҙы күтәрәбеҙ. Киләсәк быуындарыбыҙ көслө булһын өсөн балаларыбыҙға ошо йолаларҙы күрһәтергә, һөйләргә тейешбеҙ.


Фәриҙә МОРТАЗИНА, Стәрлетамаҡ “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзаһы:


- Ҡорбан салыу ул – Аллаһы Тәғәләнең биргән сихәте. Ҡорбан байрамы еткәнен дә көтөп тормайбыҙ, йылдың теләгән бер ваҡытында, (Рамаҙан айынан башҡа айҙарҙа), ҡорбан салабыҙ. Ҡорбан салһаң, үҙеңә рәхәт булып ҡала. Ҡорбан аштары бешереп, ҡөрьән уҡытҡандан һуң күңелдәр йомшарып китә, өҫтән йөк төшкәндәй була. Иман юлында йөрөгән кешенең юлдары асыла, тормошо алға китә, өйгә ҡот, бәрәкәт килә. Донъялар тағы ла нығыраҡ нурланып китә.


Гөлниса АБДРАХМАНОВА, хаҡлы ялда:


- Ҡорбан байрамында Өфөгә туйға барырға йыйынам. Араҡыһыҙ, эскеһеҙ генә туй буласаҡ. Унан һуң Татарстанға Түбәнге Кама ҡалаһына апайымдың йыллығын уҡытырға барабыҙ. Белеүебеҙсә, Ҡорбан байрамында өс көн ҡорбан салырға ярай, тағы бер туғаныбыҙ 13 августа ҡорбан салдырырға ниәтләй. Ошондай матур йолаларыбыҙ йәштәргә өлгө булып тора. Был байрам ейән-ейәнсәрҙәребеҙ олоно оло итә белһендәр, кесене кесе итә белһендәр өсөн бик ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.
Читайте нас: