Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
9 Август 2019, 13:20

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Бисмилләһир-Рахмәнир-Рахим!Бер-нисә көндән беҙ, мосолмандар өсөн бөйөк булған Ҡорбан байрамы була. Ҡорбан байрамы – исламдың терәге булған хаж тамамланыу байрамы, Ураҙа ғәйетенән һуң 70 көн үткәс, Зөлхизә айының 10-сы көнөндә була.Ислам традициялары буйынса Аллаһы тәғәләгә яҡынайтҡан нәмәләр Ҡорбан тип исемләнә, йәғни, Аллаһы тәғәләнең бойороҡтарын үтәү. Матди яҡтан хәленән килгән һәр кемгә ҡорбан салыу пәйғәмбәребеҙҙең Мәккәнән Мәҙинәгә күскәндең икенсе йылы тейешле булды. Ҡорбан байрамы Аллаһыға булған ғибәҙәттәрҙең бер төрө, шуға ла ошо эшкә бер кем дә әһәмиәтһеҙлек күрһәтергә тейеш түгел.

Ғәйет намаҙы алдынан һәр кем ғөсөл алырға тейеш. Байрамса кейенеп, хушбуй майы һөртөп, башҡалар менән бергә ғәйет намаҙы уҡырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ ғәйет намаҙын уҡымаҫ өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп эҙләмәй ине, киреһенсә, һәммәһен дә ғәйет намаҙында ҡатнашырға саҡыра ине. Әгәр ҙә беҙ бөтөн ғаиләбеҙ менән ошо изге байрамдарға йөрөһәк, балаларыбыҙ үҙенең мосолман икәнлеген бе-леп, Ислам динендә тәрбиәләнеп үҫер ине.

Ғәйет намаҙы (көн ямғырлы булһа) 11 августа – Яңы мәсеттә (Тыныслыҡ урамы, 15-се йорт) иртәнге сәғәт 8-ҙә, Иҫке мәсеттә (Латипов урамы, 47-се йорт) сәғәт 9-ҙа уҡыла. Ямғыр яумаһа, Яңы мәсеттә генә уҡыла. Театр-концерт берләшмәһендә сәғәт 10-да, Ҡаранай Моратов урамында төҙөлгән мәсеттә сәғәт 11-ҙә уҡыла.

Ҡорбан ғәйете уҡылғансы ашарға тәҡдим ителмәй, һәм намаҙ уҡымай тороп, мал һуйыу (ҡорбан салыу) рөхсәт ителмәй, сөнки, дөрөҫө – байрам намаҙы уҡылғас ҡына һуйыла. Аллаһ ризалығы өсөн ғаиләһе исеменән ҡорбан салған кешенең, ҡорбандың беренсе тамсы ҡаны тамыу менән, бөтә гонаһтары ғәфү ителә һәм Аллаһының рәхмәте төшә.

Быйыл ҡорбан салыу урыны элекке халыҡҡа таныш “Башпотребсоюз” биләмәһендә (Бабушкин урамы, 173-сө йорт) буласаҡ. Ҡорбан салыуға килгәндә, эре мал салырға ла була. Әммә беҙҙә, ғәҙәттә, һарыҡты һайлайҙар. Ярты йәштән олораҡ һарыҡты һуйырға мөмкин. Һарыҡтың ҡолағы ҡырҡылыу-ҡырҡылмауы тураһында йыш ҡына һорау бирәләр, был йәһәттән конкерт рәүештә ҡолағы инләнгән тигән талап ҡуйылмай, сөнки ундай малды хәҙер табыуы ауыр. Иң мөһиме, һарыҡ таҙа, сирләмәгән булырға тейеш! Ҡорбанды ғаилә өсөн, Аллаһы ризалығы өсөн ниәтләйҙәр. Ҡорбанлыҡ өскә бүленә: бер өлөшө фәҡирҙәргә таратып бирелә, икенсе өлөшөнән туғандар, дуҫтар, күршеләр өсөн аш әҙерләнә, өсөнсө өлөшөн үҙенә ҡалдыра. Пәйғәмбәребеҙ: “Минең өммәтемдең яҡшылары ҡорбан сала, ямандары уны ҡалдыра”, – тине.

Хәйер-саҙаҡа буйынса ла конкрет нығытылған, билдәләнгән хаҡ юҡ. Беҙҙә кешеләр мәсет үҫешенә ҡулынан килгәнсә хәйер бирергә ғәҙәтләнгән.

Барығыҙҙы ла етеп килгән Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым. Ҡорбан ғәйете имен үтһен, Аллаһы Тәғәлә һәр беребеҙҙе һаҡлаһын, гонаһыларыбыҙҙы ғәфү итһен һәм беҙҙең изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итһен!

Изге теләктәр менән,
РИШАД хәҙрәт.

Читайте нас: