Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
11 Август 2019, 09:14
11 август – ҡорбан байрамы
Изге байрам менән! Мөхтәрәм ҡала халҡы! Мосолмандарҙың иң мөһим һәм мөбәрәк байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйете менән ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Был изге байрам үҙендә тәрән әхлаҡи мәғәнә йөрөтә, уға иман һәм рух нығытыу шатлығы һалынған.
Күп йылдар дауамында Ҡор-бан байрамы мәрхәмәтлек, дини ҡанундарға һәм йолаларға хөрмәт менән ҡарау символы булып тора. Был яҡты байрам беҙҙә шәфҡәтлелек күрһәтеү, бер-береңдең хәлен белешеү һәм яҡын кешеңә һөйөү менән ҡарау кеүек иң яҡшы кешелек сифаттарын уята.
Ҡәҙерле Стәрлетамаҡ халҡы! Һеҙгә, һеҙҙең туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, изге эштәрегеҙҙә уңыштар, именлек һәм берҙәмлек теләйем! Был яҡты байрам һәр йортҡа шатлыҡ алып килһен, иртәгәһе көнгә ышаныс уятһын!
Владимир КУЛИКОВ, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?