Төркиә биҙәкләү оҫталары менән проектҡа булышлыҡ итергә әҙер, тип билдәләне Генераль консул. Шулай уҡ төрөктәр биҙәү һәм материалдар менән ярҙам күрһәтергә мөмкин, сөнки Төркиә ҙур мосолман биналарын төҙөү эштәрендә ҙур тәжрибәгә эйә.
Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете 2000 йылдар башында уҡ һалына башлағайны. 2011 йылдан «Урал» хәйриә фонды төҙөлөштөң берҙән-бер бағыусыһы булды. Салауат Юлаев проспектында Өфөнөң иң матур мәсеттәренең береһен төҙөү 2016 йылда туҡтатылды, һуңынан 2019 йылдың йәйендә тергеҙелде. Ләкин, баҫма мәғлүмәте буйынса, аҡса күсмәгән әле. Аҡса күскән һайын эштәрҙе дауам итеү ҡарала, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратындағы сығанаҡ.