Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
27 Февраль 2020, 13:40

Изге айҙа изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ

Рәжәб - Ислам динендә булған дүрт изге айҙың береһе.

Рәжәб айында Пәйғәмбәребеҙҙең атай-әсәһе ҡауышҡан. Айҙың 27-се кисәһендә Пәйғәмбәребеҙ күккә ашҡан, Аллаһ Тәғәлә менән осрашҡан. Беҙгә был көндө биш ваҡыт намаҙ фарыз булған. Бер һүҙ менән әйткәндә, был айҙа мосолмандар тарихына, динебеҙ тарихына бәйле әһәмиәтле тарихи ваҡиғалар күп. Шуға ла Рәжәб айы — изге ай һанала. Шәғбан айы ла — изге ай. Шуның менән бергә изге Рамаҙан айы килә. Ошо айҙар Рамаҙан айына әҙерлегебеҙ ҙә булып тора. Рәжәб айында беҙ бит Рамаҙан айына ысын-ысынлап та әҙерлегебеҙҙе башлайбыҙ. Нәфел ураҙалар тотабыҙ, саҙаҡалар бирәбеҙ. Шулай иттереп, беҙ күңелебеҙҙе сафлап, Аллаһ Тәғәлә тарафынан һиҙәйәт өсөн, тура юлға күнәр өсөн, беҙгә бүләк итеп яҙылған изге айына әҙерләнә башлайбыҙ. Изге айҙарҙа тәүбәгә килеү бик сауаплы. Һәр ҡайһыбыҙҙың эшләгән гонаһтары бар, уларҙы иҫкә төшөрөргә кәрәк. «Әстәғфируллааһ»ны күп әйтергә, гонаһтарыбыҙға тәүбә ҡылырға кәрәк. Берәү, гонаһын иҫкә төшөрөп, шуға тәүбә итһә, тәүбә ҡылһа, үкенһә, яңынан был гонаһтарҙы ҡабатламаһа, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйтеүенсә, уның бындай гонаһы кисерелгән тип һанала. Тимәк, беҙгә насар эште эшләгәнебеҙгә үкенергә кәрәк, тәүбәгә килеп, «Әстәғфируллааһ» тип. Һәм хәҙер «Кәлимәтүл истиғфар»ҙы әйтһәк бик тә яҡшы, һәм артабан ул боҙоҡлоҡты яңынан ҡабатламаҫҡа кәрәк. Шуның өсөн көс табабыҙ икән, тимәк, Пәйғәмбәребеҙ әйткәнсә, ошо гонаһ ярлыҡанған тип һанала. Тәүбәгә килгәнһең икән, Аллаһ Тәғәлә ошо гонаһыңды ярлыҡаһын өсөн, шул тәүбәңә үлгәнсе тоғро ҡалырға кәрәк. Ҡалған намаҙҙарыбыҙҙы, ҡалған ураҙаларыбыҙҙы ла изге айҙарҙа тәьмин үтәү яҡшы, сөнки был — Аллаһтың рәхмәт айҙары. Был-ғәмәлдәребеҙҙең ҡабул ителә торған айҙары. Аллаһ Тәғәлә әйтә: Рәжәб айында мин асыуымды бикләп ҡуйырмын, рәхмәтем ямғыр кеүек яуыр, — тип әйтә. Был изге айҙарҙа әжер-сауап 100 мәртәбә артығыраҡ булыр.
Был айҙарҙа, саҙаҡа биреп, йәтимдәрҙе, меҫкендәрҙе, ауырыуҙарҙы һөйөндөреү ҙә бик сауаплы. Арабыҙҙа йәтимдәр бар, ауырыу кешеләр бар, тыумыштан булған ғәриптәр. Ошондай кешеләрҙең генә түгел, үҙ ғаиләңдәгеләрҙең, таныштарыңдың, дуҫтарыңдың да күңелен күрергә, уларға бүләктәр, саҙаҡалар бирергә кәрәк. Хәлдәрен белеп, уларҙы һөйөндөрөү, әлбиттә — бик тә сауаплы ғәмәл.
Рәжәб айын, изге ай тип һанап, уны ҡәҙерләп, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса, матур итеп үткәрергә кәрәк. Шәғбан, Рамаҙан айҙарында ла Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында саф булып, пак булып, гонаһтарыбыҙҙан арынып, изге ғәмәлдәребеҙ менән күренеп ҡалайыҡ.
«Йөҙ ҙә бер вәғәз» китабынан.
Читайте нас: