Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
24 Март 2020, 16:30

Унда барғас, һуң буласаҡ...

Кешеләр менән дин тураһында һөйләшкәндә, динде аңлатҡан ваҡытта Аллаһы Тәғәлә үҙе генә кешене тура юлға йүнәлдергәненә әле булһа ышанмаусыларҙыкүрәбеҙ. Ниндәй генә дәлилдәр килтерһәң дә, күңелең менән аңлатырға тырышһаң да, булған, бар, буласаҡтыр инде Аллаһыға ышанмаусылар.

Беҙ ислам тарихынан беләбеҙ: Аллаһы үҙенең пәйғәмбәрҙәрен ебәреп торҙо, ә халыҡ пәйғәмбәрҙәр килгәндән һуң икегә бүленде, береһе динде ҡабул итте, икенсеһе диндән баш тартты, уға
ҡаршы сыҡты. Беҙҙе яратҡан, йәшәү өсөн мөһим, кәрәкле булған нәмәләрҙән өлөш сығарған Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итергә тейеш икәнлекте һәм бер көн (ҡиәмәт көнө)
эшләгән эштәре һәм раббылары Аллаһыны инҡар иткәнлектәре өсөн ҡаты һорау буласағын беләһеләре килмәй. Бына ошо йәһәттән уларҙың аңдарына һеңдерге килә.
Күпме кешеләр динһеҙлектә йәшәне. Беҙгә тиклем нисә быуын халыҡ бер генә мәртәбә булһа ла тәүбәгә килмәйенсә, бер мәртәбә булһа ла намаҙ уҡымайынса, бер генә көн ураҙа тотмайынса, Аллаһы биргән ниғмәттәренә шөкөр итмәйенсә донъянан үтте. Ләкин рәхимле Аллаһы Тәғәлә динебеҙҙе ҡайтарҙы, иман нурын күрҙек, үҙебеҙҙең ҡиблабыҙға ҡайттыҡ. Күптәр динһеҙлектә йәшәһәләр ҙә, мәсеткә килеп, намаҙҙар уҡып, иман менән китте.
Тик... ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле күп кешеләр диндән йыраҡ, дингә ҡайта алмай йөрөй. Бына ошо хәлдәрҙе күреп, халҡыбыҙ киләсәге, әхирәте күңелде өйкәй, сөнки ҡәберҙә генә ошо сәғәт-минуттарҙың бәйәһен аңлаясаҡбыҙ. Иман килтерһәк, ҡәберҙә беҙ уны табыр инек, бер һум саҙаҡа бирһәк, уны ла, бер генә сәждә ҡылһаҡ, уның эҙен дә табыр инек, ә унда барғас – һуң буласаҡ. Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙән үҙебеҙ һорайыҡ: Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында бармы икән үлсәүгә һалырлыҡ, беҙгә ярҙам итерлек яҡшылыҡтарыбыҙ?
Ришад хәҙрәт РАФИҠОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы
имам-мөхтәсибе.
Читайте нас: