Дин тотоусылар өсөн был һорау айырыуса көнүҙәк һанала. Сөнки Аллаһы тәғәләгә яҡын булған кешеләрҙең ҡайһыберҙәре үҙҙәренбар яҡлап та һаҡланған, шуға ла коронавирус урап үтәсәктип иҫәпләй. Әммә донъяның ислам ғалимдары пандемияға ҡаршыбер үк ҡарарҙар ҡабул иткән.
Ул да булһа йома намаҙҙарын үткәреүҙән тыйылып тороу. Ғәҙәттә, аҙнаның һуңғы эш көнөндә мәсеттәргә мосолмандар күпләп йыйыла, уларҙың байтағы сиргә бирелеп барыусы оло быуын вәкилдәре. Шуға ла башҡа мәсеттәрҙә кеүек Башҡортостанда ла йома намаҙҙары тыйылған.
Бер үк ваҡытта республика мосолмандары Диниә назараты етәкселеге дин тотоусыларға тыныслыҡ һаҡлау, паникаға бирелмәү һәм ғәйбәт таратмаҫҡакәңәш итә.Сикләү мәлендә иман йорттарында даими дезинфекция үткәреү һорала.