– Быйыл Рамаҙан айы башҡаларынан айырылыр тип уйлайбыҙ. Мәсеттәрҙә Тәрәүих намаҙҙары һәм ифтарҙар үткәрелмәй – йолаларҙы өйҙә башҡарырға мөмкин. Был осраҡта мосолман ҡанундары боҙолмай. Әммә онлайн дәрестәр алып барыу, нәсихәттәрҙе, видеояҙмаларҙы интернетҡа һалыу менән күберәк эш итергә тура килер, – ти Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин.