Ашҡаҙар
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
21 Апрель 2020, 22:30

МӨБӘРӘК РАМАҘАН АЙЫ МЕНӘН!

24 апрелдә мосолмандар өсөн ураҙа айы башлана Бисмилләһиррахмәәнир-рахиим. Ғаләм менән идара итеүсе, һеҙҙе-беҙҙе, ошо донъяны юҡтан бар ҡылған аллаһы Тәғәләгә бөтөн маҡтау рәхмәттәребеҙ, Уның бөтөн яҡшылыҡтарын файҙаланғаныбыҙ өсөн шөкөраналарыбыҙ булһын, хаҡ илсеһе Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә сәләмдәребеҙ булһын.

Мәсеттәребеҙ буш булыуға ҡарамаҫтан, шәғбән айының һуңғы аҙнаһы килеп етте. Мосолман ҡәрҙәштәргә шуны әйтер инем: мәсеттәребеҙ ябыҡ булыуы әлегә ҙур проблема түгел, сөнки бер аҙҙан Иншә аллаһ мәсетебеҙ барыбер асыласаҡ, иң мөһиме, аллаһы беҙҙе кәмһетмәһен, хурлыҡҡа төшөрмәһен, лайыҡлы итеп ошо һынауҙы үтергә насип итһен, яңы көс, тағын да көслөрәк рух менән сығарһын. Бөгөн беҙ бына-бына асыласаҡ Рамаҙан айы алдында торабыҙ.

Иншә аллаһ, иҫән булһаҡ, 24 апрель, йома көнө, аллаһы Тәғәлә ризалығына ирешергә теләгәндәр, үҙенә донъя-әхирәт яҡшылығын эҙләгәндәр өсөн ураҙа башлана. аллаһы Тәғәлә нимә ти һуң? “Эй иман килтергән бәндәләр! Һеҙгә хәтлем булғандарға фарыз булған кеүек һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз булды”, – ти нимә өсөн? аллаһы Үҙе яуап бирә: “Бәлки, тәҡүәләрҙән булырһығыҙ”.

Ураҙа тотоу ай буйына көндөҙ ашау-эсеүҙән, тәмәке тартыуҙан һәм яҡынлыҡ ҡылыуҙан баш тартыу, үҙ-үҙеңде тыйыу һәм үҙ нәфсе һауаңды йүгәнләү. Фәҡәт аллаһы Тәғәләнең ҡәнәғәт булыуына ирешеү өсөн ураҙа тотабыҙ. Шуның арҡаһында 18-20 сәғәткә яҡын, көн эҫе булыуына ҡарамаҫтан, түҙәбеҙ, ураҙа тотабыҙ. Бөгөн, бәлки, кешелек тарихында булмаған хәлдә йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, мосолмандар, апайҙар, ағайҙар, Рамаҙанды лайыҡлы ҡаршылайыҡ, ураҙалар тотайыҡ, аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен, ғәфү итеүен эҙләйек, сөнки был айыбыҙ – рәхмәт айы, ғәфү ителеү һәм йәһәннәм утынан ҡотолоу айы.

Совет дәүерендә мәсеттәр ябылды, имамдар себергә оҙатылды, эшләп килгән мәсеттәр йома тип, ғәйет тип ябылманы, ғәйеттәр ҙә уҡылды, тәрәүих тә уҡылды, быйыл, бәлки, беренсе тапҡырҙыр ураҙаны, тәрәүих намаҙҙарын мәсеттә түгел, өйҙә ҡаршы аласаҡбыҙ. Бында мин бер кемде лә мәсеттәрҙе яптырҙылар тип ғәйепләмәйем, сөнки үҙизоляция тигән нәмәне динебеҙҙә, пәйбәмбәрҙәребеҙ хәҙистәрендә күрәбеҙ. Әгәр бер ерҙә йоғошло ауырыу таралған икән, унда йәшәгән кеше ул ерҙән сығып китергә, икенсе ерҙән килгән кеше был ауыл йә ҡалаға инергә тейеш түгел. аллаһы Тәғәлә бер-ике айға мәсетте япҡан икән, минең өсөн кемдәндер ауырыу йоҡтороп ер аҫтында ятҡансы, бер ай өйҙә тәрәүих уҡығаным хәйерлерәк. Шуға ла, ирҙәр, ошо хәлдән файҙаланып ҡатын-балаларыбыҙға имам булығыҙ, балаларығыҙ, атайым беҙгә тәрәүихтә имам булып торҙо, тип ғорурланып һөйләрлек булһын. Бер кемгә бер тин түләмәйенсә тын алыуыбыҙ өсөн, йәшәүебеҙ өсөн, шатланыуҙарыбыҙ, хатта борсолоуҙарыбыҙ өсөн намаҙ аша аллаһыға шөкөр итеүегеҙҙе белдерегеҙ, сөнки намаҙ – шөкөр итеүҙең иң бөйөк формаһы.

Быйыл беренсе тәрәүих (төнгө) намаҙы 23 апрелдә башлана. намаҙ ваҡыты 22 сәғәт 31 минутта, ә ураҙа тотоуҙың беренсе көнө 24 апрелдә, ашауҙан туҡтау – иртәнге 3 сәғәт 47 минутта, ә ауыҙ асыу – 23 сәғәт 33 минутта. Был ваҡытты көн дә арттырып барырға кәрәк. аллаһы Тәғәлә гонаһтарҙы ғәфү итеп, аллаһының рәхмәтенә ирештерерлек итеп ошо айҙы үткәрергә насип ҡылһа ине.

Изге теләктәр менән Ришад хәҙрәт РАФИҠОВ.

Читайте нас