

“Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр!
Изге Рамаҙан айы башланды. Был айҙа Аллаһ кешеләргә юл күрһәткән Ҡөрьәнде ебәрә һәм диндар мосолмандарға ураҙа тоторға ҡуша. Кешеләр бөтә насарлыҡтан баш тартып, ашау-эсеүҙән дә тыйылып торорға тейеш. Был айҙа мосолмандар мәсеттәрҙә бергәләп ифтар үткәрергә, имам менән тәрәүих намаҙы уҡырға күнеккән. Әммә быйыл яҡындарының һәм тирә-йүндәгеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау өсөн Рамаҙан айының бөтә йолаһын өйөндә үтәргә тейеш. Һеҙгә ғаилә именлеге, Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтен һәм ураҙаны еңел үткәреүегеҙҙе теләйем”, - тиелә ҡотлау һүҙендә.