1. Мәҫәлән, сәхәр ашауҙы иртәнге намаҙға аҙан әйтелгәнгә тиклем дауам итергә кәңәш ителә, йәғни сәхәрҙе мөмкин тиклем аҙаҡҡа ҡалдырырға кәрәк.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Сәхәр ашағыҙ, сәхәрҙә һеҙҙең өсөн бәрәкәт бар», – тигән (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан).
Тағы ла хәҙис: «Мосолман өсөн иң яҡшы сәхәр аҙығы – финик емеше» (Әбү Дауыттың хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис).
2. Ифтар ҡылыуҙы (ауыҙ асыуҙы) ашыҡтырырға кәрәк, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Кешеләр, әгәр ифтар ҡылырға ашыҡһа, бәрәкәттә булыр», – тигән (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан).
3. Ифтарҙы хәҙистә әйтелгәнсә ҡылырға кәңәш ителә: «Пәйғәмбәр ﷺ намаҙ (аҡшам намаҙы) алдынан яңы финик емештәре менән ифтар ҡылыр ине, йәки, яңы финик емештәре булмаһа – кипкән финик емештәре менән, улары ла булмаһа – бер нисә йотом һыу менән» (әт-Тирмиҙиҙең хәҙистәр йыйынтығынан, яҡшы хәҙис).
4. Ураҙа тотоусы кеше ғәйбәт һөйләү, әшәке һүҙҙәр ҡулланыу һәм алдашыу кеүек барлыҡ килешмәгән эштәрҙән йыраҡ булырға тейеш, юғиһә уға ураҙаһы өсөн сауап булмаясаҡ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Кем ураҙала алдаҡ һүҙ һөйләп, шуның буйынса эш итеүҙән туҡтамай, Аллаһҡа уның ашап-эсеүҙән баш тартыуы кәрәк түгел!» – тигән (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан).
Икенсе бер хәҙистә: «Шулай ҙа булыуы мөмкин: ураҙа тотҡан кеше ас йөрөүҙән башҡа бүтән бер нәмәгә лә ирешмәҫ...», – тиелә (Ибн Мәджәһтең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис).
Әммә: «Мин гонаһ ҡылам, ураҙам өсөн барыбер сауап булмаясаҡ», – тип ураҙаны ҡалдырырға тимәгән, сөнки күрәләтә ураҙаны ҡалдырыу – әллә нисә тапҡырға ауырыраҡ гонаһ, язаһы ла уның ҡаты, Аллаһ һаҡлаһын.
Рамаҙан айында яҡшы ғәмәлдәрҙе бөтөрөп, насар ғәмәлдәр килтереүсе эштәрҙән ары торорға кәрәк. Мәҫәлән: телевизор аша «күңелле» шоуҙар, төрлө кинофильмдар һәм спорт матчтары ҡарап ултырыу, дингә ҡағылышы булмаған мәғәнәһеҙ кисәләрҙә ҡатнашыу, теләһә кемдәр менән урам ҡыҙырып йөрөү, бер нимә лә эшләмәй көндәр буйы йоҡлап ятыу һәм башҡалар.
Шулай, төнгө намаҙҙар, зикер һәм ғибәҙәт айы күптәр өсөн көндөҙгө йоҡо айына әйләнә (йәнәһе, йоҡлаһаң, ашау тураһында уйламайһың). Һәм шул сәбәпле улар йә йәмәғәт намаҙҙарына бармай ятып ҡала, йә хатта көндөҙгө намаҙҙарҙы бөтөнләй уҡымай. Һуңынан иһә төндәрен күңел асып, нәфселәрен һәр төрлөсә ҡәнәғәтләндереп уҙғаралар. Ә ҡайһы берәүҙәр был айҙы үкенес менән ҡаршылай, сөнки, имеш, ураҙа тотҡанлыҡтан күп кенә күңелле саралар хәҙер уларһыҙ үтәсәк. Аллаһ беҙҙе ошо һәм бүтән алама эштәрҙән һаҡлаһын!
5. Бер кемгә лә үҙегеҙҙе ҡоторторға, көйҙөрөргә мөмкинлек бирмәгеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Кемдер уға һөжүм итһә йә уны мыҫҡыллап маташһа, ул: «Мин – ураҙала!» – тип әйтһен», – тигән (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан). Бының маҡсаты: үҙеңә лә, дошманыңа ла ураҙа тураһында иҫләтеү йәки иҫкәртеү. Ғөмүмән, үҙ-үҙеңде ҡулда тота белеү, тыныс булыу – һәр кеше өсөн бик мөһим, күркәм сифаттар.
6. Сәхәрҙә һәм ифтарҙа бик күп ашауҙан һаҡланығыҙ, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Әҙәм балаһы үҙ ҡарынынан да яманыраҡ һауыт тултырмай», – тигән (әт-Тирмиҙиҙең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис). Аҡыллы кеше йәшәр өсөн ашай, ә ашар өсөн йәшәмәй. Әммә ҡайһы бер кешеләр рамаҙан айы дауамында аҙыҡ бешереүҙә бөтә сиктәрҙе уҙҙырып ебәрә, хатта был эшкә сәнғәт төрөнә ҡараған кеүек ҡарай башлайҙар. Хужабикәләр бөтә ваҡыттарын аҙыҡ әҙерләүгә бағышлап, уларҙың Аллаһ Тәғәләне иҫкә алыуға ла ваҡыттары ҡалмай. Шулай уҡ, рамаҙан айында кешеләр бүтән айҙарға ҡарағанда аҙыҡҡа күберәк аҡса сарыф итә. Йәғни, шулай итеп, был ай ашҡаҙан-эс ауырыуҙары һәм һимереү айына әүерелә. Сөнки бәғзеләр ифтар мәлендә убыр һымаҡ күп итеп ашап, һыуһаған дөйә кеүек күп итеп шыйыҡлыҡ эсә. Ә тәрәүих намаҙына торғас, улар уны шул тиклем ауыр итеп үткәрә, хатта тәүге ике рәкәғәттән һуң уны артабан дауам итә алмай.
7. Йомарт булығыҙ: бүтәндәргә белем таратығыҙ, аҡсалата ярҙам итегеҙ, биләгән вазифағыҙҙан йә физик көсөгөҙҙән мөмкин булғанса башҡаларға ла файҙа өләшегеҙ, кешеләр менән аралашҡанда әҙәпле, иғтибарлы булығыҙ. Ибн Ғәббәстән (Аллаһ унан риза булһын) шундай хәҙис риүәйәт ителә: «Аллаһ рәсүле ﷺ кешеләр араһында иң йомарты булды, ә иң нығы ул рамаҙан айында йомарт ине...» (әл-Бохари һәм Мөслимдең хәҙис йыйынтыҡтарынан).
8. Ураҙа тотоу менән ярлыны ашатыуҙы бергә ҡушыу – Йәннәткә лайыҡ булыуҙың ышаныслы сараларының береһе. «Йәннәттә шундай бүлмәләр бар, унда тышҡы яҡ эстән күренеп торасаҡ, ә эске яҡ – тыштан. Аллаһ ул бүлмәләрҙе кем ярлыны ашатҡан, кем һөйләшкәндә йомшаҡ булған, кем йыш ураҙа тотҡан һәм кем бүтәндәр йоҡлаған саҡта намаҙ уҡыған, шулар өсөн әҙерләгән», – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ (Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан, яҡшы хәҙис).
Шулай уҡ, Аллаһ рәсүле ﷺ: «Кем ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырлыҡ аҙыҡ биргән, ул шул ураҙа тотоусы кеүек үк сауап аласаҡ, саҡ ҡына ла кәм түгел», – тигән (әт-Тирмиҙиҙең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис).
Хаҡ сәләфтәребеҙҙең күбеһе (Аллаһ уларҙан риза булһын) ярлыларҙы ашатыуға, кешеләрҙе ифтарға саҡырыуға бик ныҡ иғтибар бирер булған. Улар араһында – Абдуллаһ ибн Ғүмәр, Мәлик ибн Динар, имам Әхмәт һәм башҡалар. Мәҫәлән, Ибн Ғүмәр, эргәһенә берәй ярлыны алып килеп ултыртмайынса, ифтар ҡылмаған.
Шәйх Мөхәммәт Салих әл-Мөнәжжиттең
«Ураҙаға ҡағылышлы 70 төп ҡағиҙә»
тигән китабынан.
("Ваҡыт!" гәзите)