Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
15 Май 2020, 14:00

НАМАҘ – АЛЛАҺ ӘМЕРЕ Был тормошта иң мөһиме – Хоҙайға ғибәҙәт

Аллаһ Тәғәлә был донъяны барлыҡҡа килтереп, унда кешене яратты. Кем берәй әйбер яһай – шул уның маҡсатын да билдәләй. Аллаһ Тәғәлә үҙенең китабы Ҡөрьәндә кешеләргә былай тигән: «Мин ендәрҙе hәм кешеләрҙе фәҡәт Миңә ҒИБӘҘӘТ ҡылһындар өсөн генә бар иттем».

Аллаhҡа ғибәҙәт ҡылыу – Аллаh риза булырлыҡ hәм Аллаh ярата торған яҡшы, изге эштәр башҡарыу ул. Ғибәҙәткә миҫалдар: Аллаһтың рәхмәтенә өмөт итеү, Уның ғазап ебәреүенән ҡурҡыу, Аллаһты данлау hәм маҡтау, Уның биргән барлыҡ ниғмәттәре өсөн шөкөр итеү, Унан доға ҡылып нимәлер һорау, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, зәкәт түләү, саҙаҡа биреү, Мәккәгә хаж ҡылыу hәм башҡа шундай ғәмәлдәр. Эйе, кеше ашай, йоҡлай, уйнай, эшләй, уҡый, ял итә – Аллаһ Тәғәлә беҙҙе шулай яратҡан. Әммә иң мөhиме: кеше бер Аллаhҡа ғына ғибәҙәт ҡылыр өсөн яратылған. Шулай ҙа Аллаh кешегә бөтөн булған ваҡытын намаҙ-зикерҙәрҙә генә уҙғарырға ҡушмаған. Шул уҡ намаҙ уҡыу өсөн, мәҫәлән, тәүлегенә бер нисә минут ваҡыт етә. Һеҙҙең иғтибарға намаҙ уҡыу тәртибе буйынса бер нисә дәрес тәҡдим итәбеҙ.
Читайте нас