Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
15 Май 2020, 13:15

Оҙаҡламай Ҡәҙер кисе етә, Изгелектәр эшләп ҡалығыҙ!

Ислам динендәге мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе – Ҡәҙер кисе. Ул рамаҙан шәриф айында булған бер кистә билдәләнә, тик ҡайһы киҫендә булғаны теүәл генә әйтелмәгән. Шулай ҙа имам Әғзәм Әбү Хәнифә әйтеүенсә, Ҡәҙер кисе рамаҙан айының 27-се кисендә була.

Ҡөрьән Кәримдә раҫланыуынса, Ҡәҙер кисе – йылдың иң файҙалы, иң ҡиммәтле кисе. Сөнки Ҡөрьән Кәрим Рәсүлебеҙгә нәҡ ошо кистә тапшырыла башлаған.
Ҡәҙер кисендә Аллаһы Тәғәлә киләһе йылға һәр кешенең яҙмышын билдәләй, әҙәм балаһының йыл буйына алып барылған ғәмәл дәфтәре алмашына. Мосолмандар был төндө йоҡламай, доғалар уҡып үткәрә. Ҡәҙер төнө – күк ҡабағының асылып китеүе. Уны барыһы ла күрә алмай, ул лайыҡлы бәхетле кешеләргә генә асыла. Уны күреүселәр нимә теләй, теләктәре тормошҡа ашыр, тиҙәр. Мосолмандарҙың аят-доғаларын рәхмәт фәрештәләре таң беленгәнсә ҡабул итеп ултырасаҡ.
Йыртма календарҙан алынды.
Читайте нас