Ислам нуры
17 Мая 2020, 10:00

Ҡәҙер кисе

Ҡәҙер кисе – йылдың иң мөһим кисе. Рамаҙан айының 27-се тәүлегендә мосолмандар Ҡәҙер кисен билдәләй. Был төндә Ергә бик күп фәрештә төшөп, изге ғәмәлдәр башҡара, ә Хоҙай Тәғәлә үҙенең ҡолдарының доғаларына, үҙ-үҙҙәрен тотоштарына, теләгән теләктәренә ҡарап, артабанғы яҙмыштарҙы билдәләй. Был кис тиҙҙән Рамаҙан айының бөтәсәге хаҡында ла һөйләй. Ҡәҙер төнөн изгелектә, иманлы итеп үткәргән кешенең бөтә гонаһтары ла юйыла, ғәфү ителә. Тап ошо төндә Ҡөрьәндең тәүге өҙөктәре төшөрөлә башлаған.

Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләй-һис-сәләмдең Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләүе һәм көтөүе билдәле. Һуңғы ун төндә ул бөтә ғаилә ағзаларын йоҡоһонан уятып, торғоҙоп доға, Ҡөрьән уҡыған. Шулай уҡ ул күпселек ваҡытын мәсеттә үткәргән, йортона ла һирәк ҡайтҡан. Хоҙай Тәғәләнән бөтә мосолман өсөн бәхет, хаҡ юл һораған.
Был төндә мосолмандар янына фәрештәләр төшә һәм улар беҙҙең яҙмышыбыҙҙы аныҡ билдәләй. Фәрештәләрҙең күпме буласағын бер кеше лә белмәй, улар Ер шарына саҡ һыйып йөрөйәсәк тиеүселәр ҙә бар.
Билдәле булыуынса, Рамаҙан айында шайтандар тимер бығауҙар менән бәйләп ҡуйыла, тимәк, бәндәләр уның ҡотҡоһона бирелмәй, азат була.
Хаҡ мосолман Ҡәҙер кисенең бөйөклөгөн, ҡиммәтен аңларға тейеш. Ислам дине таралғанға тиклем кешеләр быны белеүҙән мәхрүм булған. Бындай ҙа мөһабәт төн мосолмандар өсөн генә бирелгән, ҡәҙерен белергә кәрәк.
Ҡәҙер төнө – хәлебеҙҙе яҡшыртыу, ер йөҙөндә йәшәйешебеҙҙе матур һәм лайыҡлы итеп үткәреүгә юл асыу өсөн ҙур мөмкинлек ул. Был төндә яҙмыштарыбыҙ яҙылыуын бөтә күңелебеҙ менән аңлайыҡ, бөтәһе лә бәндәнең үҙенең ҡулында! Хоҙайҙың кешеләрҙе ярлыҡауы билдәле, әлеге кистә был донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булырға теләүселәр өсөн бөтә юлдар ҙа асыла.
Был төндә йөрәгең менән дә, телең менән дә тәүбәгә килергә, Хоҙайҙан бәхет һорарға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә: «Һонолған ҡулдарға бирмәй ҡалмам», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән.
Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙҙән һораған: «Ҡәҙер кисендә ниндәй доға иң яҡшыһы?” — тиеп. Пәйғәмбәребеҙ яуап бирҙе: ”Аллаһүммә иннәкә ғәфү-үн, түхиббүлғәфүә, фәғфү ғәннии“. Йәғни: ”Йә Аллаһ! Дөрөҫлөктә Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, ғәфү ит мине.”
Дини календарҙан.
Читайте нас