Аллаһы Тәғәлә нимә ти? “Кем ошо айҙы күрһә, ураҙа тотһон” тип ни өсөн бойора? “Бәлки, тәҡүәләрҙән булырһығыҙ”, – ти. Беҙ үҙебеҙҙең тәҡүәлегебеҙҙе күрһәттек, рухи таҙарынып, беҙҙе яратҡан Аллаһы Тәғәләгә яҡынайҙыҡ. Ошо яҡты Ураҙа байрамы көнөндә һеҙгә именлек, сәләмәтлек теләйем, күңелегеҙҙән бер ваҡытта ла шатлыҡ китмәһен. Асыҡ йөҙ, йылылыҡ менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алығыҙ, йортоғоҙ хаҡ дин, иман менән бай булһын, ғүмерегеҙ именлектә булһын. Рамаҙан айында көн үҙәгендә, таң атып ҡояш байығансы, бер тәғәм ризыҡ ҡапманыҡ, бер йотом һыу эсмәнек, яманлыҡтан, гонаһтарҙан һаҡландыҡ.
Аллаһы Тәғәлә бойороҡтарын үтәп, күңелдәребеҙҙе таҙартып, беҙгә вәғәҙә ителгән яҡшылыҡтар ҡылырға ғына тырыштыҡ. Изге Рамаҙан айы үтеп тә китте. Иманлы кешенең күңеле бер яҡтан һөйөнһә, икенсе яҡтан – көйөнә. Сөнки Аллаһы Тәғәлә ғүмеребеҙҙә тағы бер изге Рамаҙан айын ҡаршы алырға, көндөҙ ураҙа тотоп, кистәрен намаҙҙар уҡып, тәүбәгә килеп,
Ҡунаҡ итергә һәм хөрмәт менән оҙатырға насип итте. Икенсе яҡтан, һәр беребеҙҙең күңеле көйөнә, ҡайғыра, сөнки ҡунаҡҡа эйәләшеп кенә киткәйнек, көндөҙгө ураҙаларҙың, киске намаҙ уҡыуҙарҙың, сәждәлә булыуҙарыбыҙҙың, Аллаһы Тәғәлә ялбарыуҙарының әле генә тәмен тоя башлағайныҡ, ошо ҡунаҡ Аллаһы ҡаршыһында беҙҙең дәрәжәбеҙ артыуға йә, киреһенсә, дәрәжәбеҙ төшөүгә сәбәп булманымы икән тип күңелебеҙ борсола: тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булдымы икән, күркәм ғәмәл исемен ала алдыммы икән? Һәр иманлы бәндәне ошолар борсорға тейеш. Иманлы кеше Рамаҙан айында, ҡәҙер кисендә, йома, ғәрәфә көндәрендә генә түгел, ғүмеренең һәр миҙгелен үҙенең Раббыһына тоғро булып, изге ғәмәлдәр менән бәйләп алып бара.
Рамаҙан айы – айҙарҙың иң олоһо, Аллаһы ошо айҙа гонаһтарҙы кисерә, ғәмәлдәрҙе Ҡабул итә, кешеләрҙең дәрәжәһен күтәрә, күпме кешене тамуҡ утынан азат итә. Рамаҙандан Һуң изге эштәр үҙ ҡиммәттәрен юғалтамы? Юҡ! Рамаҙан айы – үҙебеҙҙе тәртипкә килтереү, Күңелебеҙҙә тәртип булдырыу өсөн ҙур бер сәбәп. Әгәр ошо айҙа ҡылған ғибәҙәттәребеҙ, Изгелектәребеҙ күңелгә рәхәтлек бирһә, ниңә ғәйеттән һуң да ошо рәхәтлекте эҙләмәйбеҙ, изгелеккә ынтылмайбыҙ? Һеҙҙең барығыҙҙы ла беҙҙең өсөн ике байрамыбыҙҙың береһе – Ураҙа байрамы менән ҡотлайым. Коронавирустан иҫән-һау ҡотолоп, Аллаһы Тәғәлә ошо йылдарҙың ошо көндәрен күреп һөйөнгән кеүек, алдағы йылдарҙа ла был көндәрҙе күрергә насип итһә ине. Ә ғәйет намаҙына килгәндә, быйыл мәсеттәрҙә ғәйет намаҙы уҡылмай. Әммә йылына бер мәртәбә бирелә торған фытыр саҙаҡаһын мәсеттәргә килеп Биреп китергә мөмкин.
Изге доға, хәйерле теләктәр менән Ришад хәҙрәт РАФИҠОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы имам-мөхтәсибе.