Күрәбеҙ, һәр кемдең ғүмере сикләнгән. Шуға ла һәр кем Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһындағы яманлыҡтары, гонаһтары өсөн үкенәсәген, уфтанасағын күҙ алдына килтерһен ине. Кеше бит үлемде, Аллаһ алдында торасағын, эшләгән эштәре өсөн яуап бирәсәген һәм үкенеү көнөн йыш иҫкә алырға тейеш.
Пәйғәмбәребеҙ: “Мәйет артынан (зыярат-ҡа) өсәү эйәреп барыр: ғаиләһе, мөлкәте һәм ғәмәлдәре. Икеһе әйләнеп ҡайтыр, береһе уның менән тороп ҡалыр. Ғаиләһе һәм мөлкәте ҡайтасаҡ, ғәмәлдәре – ҡаласаҡ”, – тигән. Нимә генә ҡылма – яуап биреү көнө барыбер киләсәк.
Пәйғәмбәребеҙ заманында ике дуҫ булған. Береһе Аллаһ юлында, икенсеһе, унан һуң бер йыл үткәс, үҙ өйөндә үлгән. Ошо кешеләр сәхәбәләрҙең береһенең төшөнә керә. Өйҙә үлгәне бөйөгөрәк дәрәжәгә ирешкәнен күреп, аптырап Пәйғәмбәребеҙ янына килеп: “Нисек инде ул өйҙә үлгән, ләкин Аллаһ юлында үлгән дуҫына ҡарағанда бөйөгөрәк дәрәжәлә?” – тип һорағас, Пәйғәмбәребеҙ: “Дуҫынан һуң нисә йыл йәшәгән?” – тип һорай. “Бер йыл”, – тип яуап бирә теге: “Бына ошо бер йыл эсендә Рамаҙанда ураҙа тотҡан, күпме намаҙҙар уҡыған, күпме яҡшылыҡтар эшләгән эштәре сәбәпле өҫтөнлөккә ирешкән”, – ти Аллаһ илсеһе...
Телгә алынғандарҙан сығып, ғүмерҙең ошо тормош менән генә бөтмәүен, беҙҙе мәңгелек ахирәт тормошо көтөүен, һәм кеше, йәшәү рәүешенә күрә, ожмахта йә тамуҡта буласағын аңлайбыҙ. Һорау тыуа: нисек инде иман килтергәндәр, дөрөҫлөктә булғандар, Аллаһ риза булырлыҡ эштәрҙе эшләгәндәр, намаҙ уҡып, ураҙа тотҡандар менән ер йөҙөндә яманлыҡ таратҡандар, гонаһ эшләүселәр бер сафта булырҙар? Яуап: юҡ, улай булмаясаҡ! Сөнки донъя эштәрендә лә бит шулай: ауыр булһа ла, эшләге килмәһә лә, йәйҙе эшләп үткәрһәк, ҡышын нисек шатланабыҙ! Шулай уҡ ҡайсаҡ ғибәҙәттән ләззәт тапмаһаҡ та (ул ауыр тойолһа ла), аҙағы хәйерле буласағын беләбеҙ, Иншалла.
Иң мөһим бер нәмәне иҫкә төшөргөм килә. Төрлө сәғәт, минут эсендә үлеп китәсәге менән һәр кем ризалаша. Ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығы йөрәгебеҙгә индеме икән, күпме дәрәжәлә ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығын аңланыҡ икән? Ҡарағыҙ үҙегеҙгә, эшегеҙгә, нисек итеп йәшәүегеҙгә! Бер аҙға туҡтап торорға, үҙгәрергә ваҡыт етмәнеме икән? Ҡарағыҙ ғүмерегеҙгә: намаҙ уҡыйбыҙмы, ураҙа тотабыҙмы, Ҡөрьән уҡыйбыҙмы?