Ашҡаҙар
+27 °С
Ясно
Ислам нуры
22 Июля 2020, 08:25

«Әр-рахим» йәмиғ мәсете төҙөлөшөндә йәнлелек

Яҡын көндәрҙә иман йортоноң тышҡы йөҙөн биҙәкләү тамамланыр тип көтөлә. Бөгөнгә тиклем мәсет манараларының өҫкө өлөшөндә эштәр алып барылды. Махсус заказ менән мәрмәр таштары килтерелгәс, манараларҙан төҙөлөш баҫмалары алынасаҡ.Ғөмүмән, «Әр-рахим» йәмиғ мәсете башҡорт халҡының бар милли орнаменттарын да үҙ эсенә аласаҡ. Ул таштарҙа ғына түгел, иман йорто тәҙрәләрен дә биҙәйәсәк.

Яҡын көндәрҙә иман йорто манараһы тулыһынса аҡ мәрмәр менән ҡапланғас, төҙөлөш баҫмалары алынасаҡ. Таштарҙың махсус заказ менән Грециянан килтерелеүе көтөлә. Тышҡы биҙәкләү эштәре менән бер рәттән, бөгөн эшселәр инженер селтәрҙәрен һуҙыу менән мәшғүл. Төҙөлөштә заманса алымдар ҡулланыла. Эшселәргә ҡул ҡоралдары менән цементты һылап тороу кәрәкмәй. Шланг ярҙамында һиптереп, объект тышын биҙәкләй.
«Әр-рахим» йәмиғ мәсетенең эске өлөшөндә лә эштәр ойошҡанлы бара. Хеҙмәткәрҙәр инженер селтәрҙәрен һуҙыу, елләтеү ҡоролмаларын урынлаштырыу менән мәшғүл. Эш яңынан төҙөлгән планға ярашлы башҡарыла. Бөгөн дә ул ул ил кимәлендәге үҙенсәлекле проект һанала. Йөҙ яғынан ҙур булып күренгән мәсет, эстән тағы ла ҙур.
Читайте нас