Ғәйет намаҙы һәм хөтбә намаҙы 6:00 сәғәттән алып -7:00 сәғәткә тиклем, 20 минуттан да оҙағыраҡ булырға тейеш түгел. Саралар тамамланыу менән тотҡарланмай ғына таралашырға кәрәк. Байрам табындары ойоштороу тыйыла!
Мәсет эсендә һәм мәсет янындағы территорияла мотлаҡ социаль дистанция тотоу (1,5 м.) тамғаларын ҡуйырға. Персоналға һәм мәхәллә кешеләренә:
COVID-19 менән ҡаты ауырып китеү хәүеф янаған кешеләргә (65 йәштән өлкәнерәк, хроник ауырыулы, бигерәк тә тын алыу ағзалары, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, диабет ауырыулы кешеләргә) мәсеткә инеүҙе сикләргә;
Мәхәллә кешеләренә һәм мәсет хеҙмәткәрҙәренә битлек режимын ҡәтғи үтәргә (халыҡҡа таратыу өсөн имамдарға битлектәр әҙерләргә);
Социаль дистанция тотоу сараларын үтәргә (минимум 1,5 м.), мәхәллә кешеләренә мотлаҡ үҙе менән намаҙлыҡ алып килергә;
Ҡул биреп күрешеү һәм яҡындан аралашыуҙан тыйылырға; мәсеткә ингән ерҙә ирекмәндәрҙе йәлеп итеп башҡа санитария сараларын үтәргә (ҡулдарҙы антисептиктар менән эшкәтергә, кәрәк булһа битлектәр таратырға).
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылда дини йолалар уҙғарыу (ҡорбан салыу) өсөн махсус урын тәғәйенләнә (элекке заготконтора территорияһында Строймаш ҡасабаһы янында (Бабушкин урамы, 173). Бынан алдағы йылдарҙа ҡорбан салған Пушкин урамы менән Ырымбур тракты киҫешкән ерҙәге территорияла быйыл ҡорбан салыу булмаясаҡ.
Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүеф янаған осраҡта, урындағы имамдар байрамды үткәрмәү тураһында ҡарар ҡабул итә ала.