Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
1 Ғинуар 2021, 02:00

Ғәфү итә бел!

Тәкәбберлек, һауалы булыу, мин-минлек –кешеләге иң насар сифат. Бәндәне ул утҡа ғына алып бара. Аллаһҡа буйһона белмәү сәбәпле, Иблес таштар менән атылып йәннәттән ҡыуыла; Аллаһ тарафынан ғилем һәм мал менән йомарт бүләкләнеп тә Мусаға ҡарата көнсөл һәм әҙәпһеҙ булғаны өсөн Ҡарунды ер йота.

Мосолмандың төп сифаты - әҙәп һәм тыйнаҡлыҡ. Аллаһ үҙе лә әйтә бит: «Аллаһтың һинең күңелгә һалған рәхмәте менән һин уларға ҡарата миһырбанлы булдың, ғәфү итә белдең. Әгәр ҙә һин уларға ҡарата ҡырыҫ һәм ҡаты күңелле булһаң, һис шикһеҙ, улар үҙҙәре лә һинең эргәңдә ҡалмай, ташлап киткән булырҙар ине.
Үҙең дә ғәфү ит, Раббыңдан да уларҙы ярлыҡауын һора. Эштәрең кәңәшле булһын. Улар менән кәңәшләшеп кенә тор. Ныҡлы бер ҡарарға килгәндә иһә Аллаһтың үҙенә генә тәүәккәллә. Аллаһ ул үҙенә тәүәккәл булғандарҙы һөйә».
«Әлү Ғимран» (Ғимран ғаиләһе) сүриәһе,
159-сы аят.
Читайте нас