Бер төркөм мосолман әле былтыр уҡ был мәсьәлә менән осраша. Хаж ҡылырға инде остом тигәндә генә уларға квоталар сикләнеү хаҡында хәбәр итәләр. Кемдер был яңылыҡ менән хатта аэропортта таныша. Хажиҙарға аҡсаны кире ҡайтарырға йәки ғибәҙәтте икенсе йылға кисектерергә тәҡдим итәләр. Билеттар “Урал-сервис” сәйәхәт операторынан һатып алынған була. Ләкин бер йылдан һуң да хаж ҡылырға теләүселәр ҡаршылыҡтарға осрай. Был юлы уларҙың паспорттары оператор менән бәйле енәйәт эше арҡаһында тәфтишселәр ҡулына эләккән. Алтмышҡа яҡын кеше документһыҙ ҡалған.