Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Ислам нуры
31 Декабря 2020, 21:00

Изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!

Ураҙа – ислам диненең бер терәге. Ошо изге айға беҙ барыбыҙ ҙа йөрәктәребеҙҙе әҙерләргә мохтажбыҙ. Сәхәбәләр алтышар ай Рамаҙанға тиклем: «Эй Аллаһым! Беҙҙе Рамаҙан айына, Рамаҙанды беҙгә еткер», – тип Аллаһы Тә-ғәләнән һораған, сөнки улар Рамаҙандың баһаһын бик яҡшы аңлайҙар ине. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте төшкән, ожмах ишектәре асылған, тамуҡ ишектәре ябылған Рамаҙан айы 16 майҙа башлана, ошо ай ике көйөнөслө һәм һөйөнөслө хәбәр менән киләсәк, көйөнөслөһө – йәнә бер йыл ғүмеребеҙ үтеүе, һөйөнөслөһө – Рамаҙан айының етеүе. Рамаҙан айын күрҙек икән, рәхимле Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итегеҙ, ошо айҙың ҡәҙерен белегеҙ.

Рамаҙан айы көндөҙ ураҙа тотоу, кисен төнгө намаҙ уҡыу, шулар араһында ҡөрьән уҡыу, Аллаһы Тәғәләне иҫкә алыу ғибәҙәттәре менән үтергә тейеш. Рамаҙандың тәүге ун көнө – рәхмәт көндәре, уртаһы – гонаһылар кисерелеү һәм һуңғы ун көн тамуҡ утынан ҡотолоу көндәре. Рамаҙан айында ашау-эсеү теләгенән, яҡынлыҡ ҡылыуҙан һәм Аллаһы тыйғандарҙан үҙеңде тыйыу мотлаҡ. Эстең (ҡорһаҡтың) ураҙаһы ашауҙан тыйылыу, ҡолаҡтың ураҙаһы – ғәйбәтте, ялған һүҙҙәрҙе, ярамаған яман һүҙҙәрҙе ишетмәү, күҙ ураҙаһы – Аллаһы тыйғандарға ҡарамау, йөрәк ураҙаһы – тыйылған уй-фекерҙәрҙе күңелгә индермәү. Ни өсөн һуң беҙ ураҙа тотабыҙ, ҡыйынлыҡтарға түҙәбеҙ, һыуһау кисерәбеҙ? Аллаһы ризалығы өсөн. Көндөҙөн ураҙа тотһаң да, төнгө намаҙ уҡығанда пәйғәмбәребеҙҙең: «Аллаһы Тәғәлә бүләген өмөт итеп Рамаҙанды үткәргән кешенең гонаһтары ғәфү ителәсәк» тигән һүҙҙәре ҡолағыбыҙҙа торорға тейеш. Рамаҙан айында күп кешеләрҙең ураҙа тотҡанын, төнгө намаҙға мәсеткә йөрөгәнен, Аллаһы Тәғәлә алдында ихласлығының артҡанын күрәбеҙ. Был эш һәр кемгә лә бирелмәгән, ләкин был эшебеҙ Аллаһы Тәғәлә рәхмәте, шуның менән башҡаларҙан айыра. Төнөн үк ғаиләләрегеҙ менән йыйылышығыҙ, үҙегеҙгә үҙегеҙ был Рамаҙан икенсе булырға тейеш, төнгө намаҙҙы мәсеттә уҡыясаҡмын, ҡөрьән уҡыясаҡмын, Аллаһы Тәғәләне иҫкә аласаҡмын, үткән гонаһтарым өсөн үкенәсәкмен тигән кеүек пландар ҡороғоҙ. Беренсе тәрәүих намаҙы 15 майҙа киске 11 сәғәт 15 минутта башлана. Сәхәр ашау 16 майҙа иртәнге 3 сәғәт 12 минутта туҡтала, ә киске ифтар (ашау) – 21 сәғәт 14 минутта.
Эй Аллаһым! Беҙҙе Рамаҙанға еткер, ураҙалар тоторға, ярамаған эштәрҙән һаҡланырға көс-ҡеүәттәр бир.
Читайте нас