Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ислам нуры
12 Март 2021, 11:00

“МӨХӘММӘТСӘЛИМ” ҠАСАН АСЫЛЫР – ҮҘЕБЕҘҘӘН ТОРА

Мәсетте төҙөп бөтөүҙә ярҙам кәрәкМәғлүм булыуынса, 1984 йылда Башҡортостанда ни бары 17 мәсет була, хәҙер иһә улар – меңдән ашыу. Мәсет – ул кешеләрҙе донъяға ислам күҙлеге аша ҡарарға өйрәткән рухи һәм мәғрифәтселек үҙәге. Мәсеттең төп бурысы – берләштереү, күңел сафлығына саҡырыу. “Ерҙә иң яҡшы урында: Аллаһ йорто торған урындар – мәсеттәр. Һәм беҙ һеҙҙең менән Аллаһы Тәғәлә яратҡан ошондай бер ер киҫәгендә торабыҙ. Башҡортостан ерендә ни тиклем мәсеттәр күберәк төҙөлһә, кешеләр күңеленә лә инеп ҡунған Иблис – шайтан өсөн дә урын шул тиклем аҙыраҡ ҡаласаҡ”, – тигәйне үҙенең бер сығышында Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин. Ысынлап та, дин – ул нәсихәт. Тимәк, кәңәш биреү, фекерләшеү, яҡшылыҡҡа өйрәтеү, яманлыҡтан тыйыу ул. Ерҙә ҡош ояһындай ғына мәсет төҙөгән кешегә лә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә һарай төҙөр тип әйтелә хәҙистә. Ә мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашҡан һәр кеше йәннәт һарайына лайыҡ.

Ҡалабыҙҙа мәсет төҙөй башлаған эшҡыуар Салауат Миҙхәт улы Яппаровтың изге ниәттәре әле үк Хоҙай рәхмәтенә торошлолыр. Бик йәшләй генә атайһыҙ ҡалған Салауат бәләкәйҙән эшкә һөйөү тәрбиәләнгән, дингә ышанған ғаиләлә үҫә. Шуға күрә Салауат Яппаровтың Ҡаранай Моратов урамындағы “Мөхәммәтсәлим” мәсетен һалыуҙы күтәреп сығыуына ла аптырарға түгел.
“Ғибәҙәтхана һалырға һеҙҙе нимә этәрҙе?” тигән һорауға ул: “Йәш барған һайын һәр кем үҙ тормошон башҡа төрлө баһалай башлай. “Нисек йәшәнем, нимә эшләнем?”, “Үҙемдән һуң нимә ҡалдырам?” тигән һорауҙар борсой уны. Мин дингә ышанған кеше. Күңелде (йәнде) таҙартыу өсөн доға уҡыу ғына аҙ. Доғаларға бирелгәнгә тиклем башта ғибәҙәтхана төҙөргә тигән ҡарарға килдем. Төҙөлөштө башлағансы Мәккәгә Хаж ҡылдым. Фәҡәт шунда миллионлаған дин тотоусылар араһында, мин яңы ғибәҙәтхана төҙөргә кәрәк тигән фекергә килдем”, – ти ул. Шул уҡ ваҡытта Салауат Миҙхәт улы әүҙем тормош алып бара. Элекке спортсы булараҡ, күп ваҡытын спорт залдарында үткәрә. Уның йәштәр өсөн үҙ спорт клубы бар. Ауылдаштарын да онотомай ул. Бүреҡаҙғанды һәм Талаҫты ярҙамынан ҡалдырмай. Уның башланғысында мәсеттә балалар Исламды өйрәнә. Уҡытыусылар балаларҙы көнкүрештә тәртипле булырға өйрәтһә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл ҡағиҙәләренә төшөндөрә, мәҫәлән.
Шулай ҙа бизнесынан килгән аҡсаның күп өлөшөн ул мәсет өсөн тотона. Ләкин ғибәҙәтхананы төҙөү еңел эш түгел. Ә бит ул 2012 йылда уҡ башланғайны. Ул йылдағы хаҡтар менән иҫәпләгәндә, мәсет төҙөү һәм тирә-яғын төҙөкләндереүгә 34 миллион кәрәк булһа, һуңғы йылдарҙағы иҡтисади көрсөк арҡаһында ул тағы ла байтаҡ сығымдар талап итә икән. Икенсе ҡатта манараны күтәреү, көмбәҙ, эске коммуникациялар, буяу-һылау эштәре гөрләп бара әле… Ниңә фәҡәт был биҫтә һайланғандыр тигәндә, күп кенә башҡорт, татар ауылдары урбанизацияға эләгеп, бигерәк ошо Ҡаранай Моратов, Төҙөүселәр урамдарында төпләнә. Ауылдан күсеп килеүселәрҙең байтағы йәшен йәшәгән, ашын ашаған оло йәштәгеләр, уларға Тыныслыҡ урамындағы мәсеткә барып ҡайтыу еңелдән түгел. Шунлыҡтан, улар өсөн иң ҡулайы ошо яңы мәсет инде. Ә мәсеттең исеменә килгәндә, Салауаттың олатаһының исеме Мөхәммәтсәлим булған. Ул, дин тотоуҙан тыш, намыҫлы һәм тәртипле уҙаман булараҡ эҙ ҡалдырған. Ғүмере буйына ауылдаштарына Ислам тәғлимәтен аңлатҡан. Абруйы ғаиләлә генә түгел, бөтә Талаҫ ауылы уны хөрмәт иткән. “Олатайымдың: “Иҫеңдә тот, ейәнем, ғүмер шул тиклем ҡыҫҡа, шуға күрә уны бушҡа үткәрергә ярамай» тигән нәсихәтен мәңгелеккә иҫтә ҡалдырҙым!” – ти Салауат Миҙхәт улы.
Март башында мәсеттә уҙған сарала бер-нисә кеше осрашып, ошо мәсет урынлашҡан биҫтәне нисек итеп ҡалабыҙҙың иң күркәм тәбиғәт мөйөшөнә әйләндереү тураһында һүҙ алып барҙы. Мәсет артындағы һабантуй үткәрелә торған урында киләсәктә йәрминкәләр үткәрергә, ғаилә һәм балалар өсөн ойошторолған байрамдарҙа йышыраҡ осрашырға һүҙ ҡуйыштылар. Әлбиттә, ҡаланың был биләмәгә ҡағылған ҡыҙыҡлы проекты ла бар. Тик был хаҡта беҙ башҡа ваҡыт яҙасаҡбыҙ. Ә әлегә ҡала халҡы буласаҡ ғибәҙәтхана юлына саң ҡундырмаҫ, йәмәғәт намаҙҙарына күпләп килерҙәр, дини байрамдар күмәк халыҡты бергә туплар тигән ышаныста ҡалабыҙ. Сөнки “Бөтөн эш ниәткә бәйле”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Изге юлдағы изге теләктәребеҙ тормошҡа ашһын, иншаллаһ, тиергә генә ҡала.
“Көндәлек мәшәҡәттәрҙә туҡтап, артҡа боролоп ҡарап, йәшәү, тормош мәғәнәһе тураһында уйлап ҡарарға ла ваҡытыбыҙ юҡ. Беҙ был ғибәҙәтхананы киләһе быуындар өсөн һалабыҙ. Мәсет төҙөүгә өлөш индергән һәр кем үҙенең балаларына һәм ейәндәренә “Был беҙҙең ғибәҙәтхана” тип әйтә аласаҡ”, – тине Салауат Яппаров осрашыу һуңында. Тик бының өсөн барыбыҙ ҙа ошо изге эштә ҡатнашырға тейешбеҙ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас