Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ислам нуры
26 Март 2021, 12:30

Шәғбандың 14-нән 15-нә ҡарата төнө — Бәрәғәт кисәһе

Шәғбандың 14-нән 15-нә ҡарата төнө, быйыл ул 27 марттан 28 нә ҡарата тура килә — Бәрәғәт кисәһе. Ошо илаһи миҙгелдә күк көмбәҙе асылып, Аллаһтың фәрештәләре ер йөҙөнә килер һәм Ғәләмдәр Раббыһы: «Йә бәндә, ниндәй һорауҙарың, тәүбәләрең, ниндәй зарҙарың бар?» — тип, таң атҡансы кешеләрҙән һорар, ти.

Был — доғаларҙың иң ҡабул ителә торған ваҡыттарының береһе лә. Шуға күрә, 14-се Шәғбан, 27 март, ураҙаға кереп, изге аяттар уҡып, теләктәр теләү, Аллаһ Тәғәләнән тәүбә-истиғфар һорау тейешле.

Ошо кистә «тормош» тигән ағас һелкенеп, шунан кешенең исеме яҙылған япраҡ өҙөлөп төшә, тигән риүәйәт бар. Тимәк, кешенең яҙмышы ошо кисәлә тәғәйенләнә: алдағы йылға әжәл, йә ғүмеребеҙ, шатлыҡ һәм көйөнөстәребеҙ билдәләп ҡуйыла.
https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_35238
Читайте нас