Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ислам нуры
12 Апрель 2021, 12:05

Изге Рамаҙан айы менән!

Бисмилләһир-Рахмәнир-Рахим. Рамаҙан айының ерҙәге тарихы 610 йыл элек изге Ҡөрьән Кәримдән башланды.

Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә: “Кем ошо айҙы күрһә (ошо айға инһә), ураҙа тотһон” – ти. Күҙ алдына килтерегеҙ, ураҙаға алты ай ҡалды тигәндә, сәхәбәләр Рамаҙан тураһында уйлана ине һәм Аллаһы Тәғәләнән ошо айҙы күрергә, ошо айға ирешеүҙе ялбаралар ине. Ә беҙгә килһәк, йә телевизорҙа иртәгә ураҙа тип һөйләһәләр, йә хәҙрәттәребеҙ “Рамаҙан айы етеп килә” тигәндә генә иҫебеҙгә төшә. Уйлап ҡараһаң, сәхәбәләргә бер көн, бер аҙна түгел, ваҡыт етмәнеме икән тип, ярты йыл элек әҙерлек күрә башларға кәрәк. Рамаҙан айы - ҡылған эштәреңә баһа алыуҙа бер мөмкинселек ул. Аллаһы Тәғәлә ураҙаны түгел, рамаҙандың көндәрен баһалаған ине.
Бөгөн күптәр, үкенескә ҡаршы, таң атып ҡояш байығансы ураҙа тотаһың да, унан һуң төрлө фильмдар ҡарап, йырҙар тыңлап, юҡ-барҙы һөйләһәң дә ярайҙыр тип уйлай. Юҡ! Сөнки Рамаҙан айы ғибәҙәттә үтә – көндөҙ ураҙа һәм төнгө намаҙ (тәрәүих) шуның араһында Ҡөрьән уҡыу, Аллаһыны иҫкә алыу, Ҡөрьән тәфсирҙәрен уҡыу, фекерләү, ураҙа был – ҡарындың ураҙаһы, ҡолаҡтың, күҙҙең, йөрәктең ураҙаһы, улар барыһы ла ураҙа тота. Ҡарындың ураҙаһы – ашау-эсеүҙән, ҡолаҡтың ураҙаһы – тыйылған һүҙҙәрҙе тыңламау, һүҙ йөрөтөүҙән, ғәйбәттән, талашып йөрөүҙән һаҡланыу, күҙ ураҙаһы – Аллаһы тыйғандан ҡарашыңды, үҙеңде тотоу, ҡатын-ҡыҙға, экранда тыйылған нәмәләргә ҡарамау, күңел тыйылған уй-фекерҙәрҙән тыйылыу. Ошо ай һәр кемгә шатлыҡлы, ҡайғылы хәбәрҙәр алып килә, яҡшы хәбәр – Рамаҙан айының үҙе килеүе, ә ҡайғылы хәбәр – кире беҙгә әйләнеп ҡайтмаҫ тағы бер йылдың үтеп китеүе...
Рамаҙан айында Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре төшә, йәннәт ишектәре асыла, тамуҡ ишектәре ябыла.
Хөрмәтле апай-ағайҙар, мосолмандар, бер нисә көндән, 13 апрель гонаһтарҙан ҡотолоу, ғәфү ителеү айы – Рамаҙан айын ҡаршы алабыҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ, беҙҙең арала йөрөгән, бер намаҙ сафында булғандар, бер өҫтәл артында ултырғандар бар ине, ҡайҙа улар тиһәң, улар – ҡәберҙә... Кем ошо айҙы күргән икән, аңлағыҙ! Был Аллаһының рәхмәте, бүләге.
Беренсе тәрәүих намаҙы 12 апрель кис менән 22:12 сәғәттә башлана, сәхәр, иртәнге ашау 4:20 сәғәттә бөтөргә тейеш, ауыҙ асыу 20:12 минутта инә. Көн дә иртән һәм кис сәхәр – ауыҙ асыу ваҡыттары үҙгәреп торасаҡ, намаҙ, ауыҙ асыу ваҡыттары мәсеттә бар, килеп алығыҙ.
Быйылғы тәрәүихты коронавирус арҡаһында өйҙә уҡыһағыҙ ҙа була. Халыҡтың “Һаҡлағанды Хоҙай һаҡлар” тигән әйтеме бар, әлбиттә, мәсеттә лә уҡыла, әммә битлектә, һәр кемгә һаҡланырға кәрәк.
Изге Рамаҙан айы менән ҡотлап, ауырыуҙарға хәйерле шифалар, иҫәндәрҙе ошо ауырыуға юлыҡмаҫҡа Аллаһынан һорап ҡалам.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы имам мөхтәсибе Ришад хәҙрәт.
Читайте нас