Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ислам нуры
12 Май 2021, 12:35

Стәрлетамаҡта мәсеттәр күберәк булһын!

80-се йылдар аҙағында Стәрлетамаҡта бер генә мәсет бар ине. Уныһы ла, революциянан һуң ябылыуға дусар булып, күп йылдар башҡа ойошмалар ҡарамағына бирелгән иҫке генә бәләкәй бер бина. Ошо тиклем ҙур ҡала өсөн бер генә мәсеттең булыуын хәҙер күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Әлхәмдүлилләһ, 90-сы йылдар башында илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланыу менән, телде, рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы тергеҙеү менән бер рәттән, ҡалабыҙҙа яңы мәсет төҙөлә башланы. (Был изге эштең башында Стәрлетамаҡ мәсетенең имам- мөхтәсибе Ришад хәҙрәт торҙо һәм ул бөгөн дә ошо мөҡәддәс эштәрҙе алып бара.) Аллаһ Тәғәләгә мең-мең шөкөр, бөгөн инде күрәбеҙ: һәр биҫтәлә тигәндәй, береһенән-береһе күркәм Аллаһ йорттары ҡалҡып сыға. Шуныһы һөйөнөслө, мәсеттәр күбәйгән һайын халыҡ уларға күберәк йөрөй, иманға ҡайта. Әле һүҙем - Отрада ауылына ингән ерҙә төҙөлөп ятҡан “Мәрйәм” мәсете тураһында. Изге рамаҙан айында был ғибәҙәт йортон барып күреп, мәсет һалыу эшендә кемдәр ҡатнаша – ошо турала белешергә булдыҡ.

Зауыҡ менән төҙөлгән был мөһабәт бина әллә ҡайҙан балҡып, иман нуры сәсеп, үҙенә саҡырып тора.
Әлегә рәсми асылмаған, төҙөлөп ятҡан мәсеттә эштәр гөрләп тора. Унда барып ингәндә мәсет эсе ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтеп, умарта кеүек гөжләп тора ине - унлаған ҡатын-ҡыҙ кемуҙарҙан йыйыштырыу, йыуыу эштәре менән булыша ине. Баҡтиһәң, бына нисәмә йыл инде улар, көн дә эшкә йөрөгән һымаҡ, мәсетте йыйыштырырға йөрөй икән.
Ғибәҙәт йорто тыштан ғына түгел, эске яғынан да ялт итеп тора, килеп ингәс тә, иҙәнгә баҫыу менән аяҡтарға йылылыҡ бөркөлә. Бында барыһы ла уйланып эшләнгәне күҙгә күренеп тора: иҙәндәр йылытыла, иркен, яҡты намаҙ уҡыу бүлмәләренең стеналарына тиклем зауыҡ менән биҙәлгән, иҙәндәргә матур келәмдәр түшәлгән, түшәменә гәлсәр шәмдәл эленгән.
Ошо изге эшкә бар булмышы менән бирелгән Али хәҙрәткә иң беренсе һорауым шул булды:
- Мәсеткә Мәрйәм исеме кем хөрмәтенә ҡушылды?
- Беҙ мәсеткә Ғайса Пәйғәмбәрҙең әсәһе – Мәрйәм ананың исемен бирҙек. Ҡөръәндә бер сүрә бар. Мәсеткә исем ҡушҡанда дингә күп файҙа килтергән ҙур кешеләрҙең исемен генә бирергә була, - тип аңлатты Али хәҙрәт. - Бер ҙә дин юлында булмаған, намаҙ ҙа уҡымаған кешенең исемен биреү дөрөҫ түгел. Юғиһә, кешеләр наҙанлыҡтары арҡаһында үҙҙәрен дә, ҡайһы бер кешеләрҙе лә күккә күтәрә. Йәғни Аллаһ Тәғәлә менән тиң ҡуя. Был – иң ҙур гөнаһ. Кем дә кем берәйһен йәки үҙен Аллаһ Тәғәлә менән тиң ҡуя икән, ул бер ҡасан да йәннәткә инә алмай.
- Мәсет һалыу идеяһы кемдеке ине? -Һис уйламағанда килеп тыуған, Марс Вахитов тигән бер ағайҙың идеяһы менән башланып киткән эш был. Марс Усман улының йәмәғәте Альмира ханым диндә булған кеше. Кинәт кенә күңеленә бер уй килә – ҡатынына бүләк яһарға уйлай. Үҙенең “Төҙөлөш материалдары” магазинын һатып, шул аҡсаға ҡатыны менән хажға баралар. Ислам донъяһын күреп ҡайтҡас, Аллаһ Тәғәлә күңеленә мәсет һадырырға тигән уй һала. Ул саҡта мин баҙар янындағы Яңы мәсеттә эшләй инем, дини ойошма ойоштороп, эште башлап ебәрҙек. Ошо идеяны халыҡ күтәреп алды, бергәләп тотонғас, эштәр ырамлы бара. Мин, булған мөминселектәрҙән сығып, ойоштороу эштәрен алып барам.
- Ошо тиклем яуаплы эшкә тотонорға нисек йөрьәт иттегеҙ? Ғибәҙәт йорто ҡасан төҙөлә башланы?-Әлхәмдүлилләһ, ниәткә күрә, Аллаһ Тәғәлә ярҙамын биреп тора. Алдан планлаштырманыҡ, башлағанда бер тин аҡса юҡ ине. Эше лә килеп сығып тора, Аллаһ Тәғәлә кешеһен дә ебәреп тора. Уйламаған ерҙән арзан ғына хаҡҡа блоктар килеп сыҡты.
Мәсеттең эске биҙәлешен Омскиҙан заказ биреп яһатып алдыҡ. Архитектураһын үҙебеҙ эшләнек – райондың “Райпроект” ойошмаһы архитекторы Нәсимә Әсҡәт ҡыҙы проектын эшләп бирҙе. Кем нисек булдыра ала - ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, кемдер төҙөлөш материалдары менән ярҙам итә, кемдер аҡсалата – бына шулай бергәләп эшләйбеҙ.
2016 йылдың көҙөндә мәсеткә нигеҙ һалынды. Икенсе йылына стеналары күтәрелде. Өсөнсө йылына түбәһе ябылды. Канализация, газ үткәреү кеүек коммуникация эштәренә йәнә бер йыл китте. Бишенсе йыл тигәндә эске эштәргә тотондоҡ, йылытыу системаһын яйға һалдыҡ. Аллаһ Тәғәләнең ярҙамы ҙур булғанға күрә үҙемдең өлөшөмдө ҙур тип әйтә алмайым. (Ә бит уйлап ҡараһаң, күпме ҙур эштәр башҡарылған!)
Бынан тыш, мәсет төҙөү эшендә йөрөгән эшселәрҙе ашатырға ла кәрәк. Был эштәрҙе үҙ теләге менән күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар башҡара. Ғәйет байрамдарында ирҙәр ҙә былау бешерергә килә.
Бурысыбыҙ – халыҡҡа хеҙмәт итеү, үҙебеҙҙең динде аңлатыу. Киләһе йылдан балалаларға бәләкәй генә сүрәләр ятлатыу, ғәрәп графикаһын өйрәтеү өсөн йәкшәмбе мәктәбе асырға уйлап торабыҙ. Мәсет ҡарамағында никах теркәү, исем ҡушыу эштәрен ойошторорға уйлайбыҙ.
- Али хәҙрәт, үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып үтегеҙ әле: сығышығыҙ менән ҡайһы яҡтан, ҡайҙа белем алдығыҙ?
- Үҙем Стәрлебаш районынанмын, Эльмир Ғүмәров булам. Дүрт ҡыҙым, ҡатыным – барыбыҙ ҙа иман юлында. Башта Стәрлетамаҡта үҙебеҙҙең мәҙрәсәне бөттөм, унан Мысырҙа алты йыл уҡып ҡайтҡас, ике йыл мәҙрәсәлә, ике йыл мәсеттә эшләнем. Шунан инде ошо мәсет төҙөү эшенә тотоноп киттем.
Стәрлетамаҡ – ҙур ҡала. Бының менән генә сикләнеп ҡалмаҫҡа - Сода биҫтәһендә, Дуҫлыҡ, Автовокзал биҫтәләрендә лә мәсеттәр кәрәк тигән фекерҙә Али хәҙрәт. - Әгәр Пәйғәмбәрем Мөхәммәд Мостафа салалааһу ғәләйһис үәс-сәләм тип һанайһың икән, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һал, ул өйрәткәнсә йәшә. Әгәр уның һүҙҙәре һинең йөрәгеңдә икән, тимәк, һин уның өммәте. Пәйғәмбәребеҙ өммәтенә мөрәжәғәт итеп: «Мин һеҙгә ике нәмә ҡалдырам. Әгәр һеҙ шуға йәбешһәгеҙ, бер ҡасан да дөрөҫ юлдан тайпылмаҫһығыҙ. Уның береһе – Аллаһтың китабы Ҡөръән һәм минең Сөннәтем» тигән, - тип тамамланы һүҙен әңгәмәсем.
Ғәйед байрамы алдынан булған осрашыу уңайынан Али хәҙрәт бөтөн ҡалабыҙҙың мосолмандарын Бөйөк байрамыбыҙ – Ураҙа ғәйете менән тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Әмин, шулай булһын! Аллаһ рәхмәттәре яуһын иман юлына әйҙәүселәребеҙгә!
Бына, исмаһам, ағинәйҙәр!
Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.
Читайте нас