Мосолмандар, иртә менән тороп, ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейемдәрен кейеп, ғәйед намаҙына баҫа. Ул өйлә намаҙы еткәнсе дауам итә, байрамға барғанда кешеләргә фытыр саҙаҡаларын байрам намаҙына ҡәҙәр таратып бирергә ҡушыла. Үҙен мосолман тип һанаған һәр кем, рамаҙан айы тамамланғас, зәҡәт һәм фытыр саҙаҡаларын бирергә тейеш. Зәҡәт туранан-тура малға, байлығыңа бәйле булһа, фытыр саҙаҡаһы – йылына бер тапҡыр бирелә торған һәр кемдең өҫтөндә торған бурыс. Быйылғы күләме һәр ғаилә ағзаһына – 100 һумдан алып 700 һумға хәтлем. Һәр кем хәленә ҡарап бирә. Уны әйберләтә түләргә лә була. Уны ураҙа тотҡаны ла, тотмағаны ла фәҡирҙәргә йә мәсеткә бирә. Был саҙаҡа ғәйеткә саҡлы бирелә. Фытыр хаҡы ғаиләлә нисә кеше булһа, шуға ҡабатлана (бәләкәй балаларға ла). Күптәр байрам көнөндә, ғәйет үткәс, мәсеткә хәйер бирергә килә. Был инде фытыр булмай, ябай саҙаҡа һанала. Ул мәҙрәсә файҙаһына тотола, мәсет уны тотона алмай. Изге Рамаҙанды ғәйет намаҙы менән ололоҡлап оҙатҡан кеүек, киләһе айҙарҙы ла шулай уҡ ҡаршы алып, иманда, сабырлыҡта шөкөр итеп йәшәйек. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын! Тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, ҡылған ғибәҙәттәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен!
Быйыл төп ғәйед намаҙы Яңы мәсеттә (Тыныслыҡ урамы, 15) иртәнге сәғәт 9-ҙа, иртәнге сәғәт 10-да Иҫке мәсеттә (Латипов урамы, 47), Отрадовканың “Мәрйәм” мәсетендә итәнге сәғәт 10-да; көндөҙгө сәғәт 11-ҙә Ҡаранай Моратов урамындағы “Мөхәммәтсәлим” мәсетендә уҡыла. Шулай уҡ “Мөхәммәтсәлим”дә Ураҙа байрамына арналған башҡа саралар ҙа үтә.