Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
13 Май 2021, 08:15

Һәммәгеҙгә лә иман байлығы теләйем!

Иң мөһим мосолман байрамдарының береһе - Ураҙа-байрамы менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ

Изге Рамаҙан айы тамамланды, ул беҙгә мәңге һаҡлана торған ҡиммәттәргә яңынан ылығырға, әхлаҡи камиллашыу юлына йәнә бер аҙым яһарға форсат бирҙе.
Изге Ураҙа байрамы тәрән дини мәғәнәгә эйә - иманды нығытыу шатлығы, баһалап бөткөһөҙ яңы тәжрибә туплау, хозурлыҡҡа ирешеү, үҙ-ара килешеп һәм аңлашып йәшәү кеүек ҡиммәттәрҙе үҙ эсенә ала. Күп быуатлыҡ ислам традицияларын кәүҙәләндереүсе был байрам диндар мосолмандарҙың тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә.
Ураҙа ғәйете һәр мосолман йортона именлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ, изгелек алып килһен әйҙә! Был яҡты көндәрҙә һеҙҙең һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм бәхетле, мул тормош теләйем!
Владимир Куликов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.
Читайте нас: