Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
13 Май 2021, 11:03

Радий Хәбиров мосолмандарҙы Ураҙа байрамы менән ҡотланы

Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары!Изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм мосолмандар өсөн иң төп байрамдарҙың береһе – Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлайым!

Быуаттар төпкөлөнән килгән был байрам изге китап һәм ата-бабалар васыяты аша беҙгә мәңгелек ҡиммәттәр – тыныслыҡты һөйөү, кешелеклелек һәм шәфҡәтле була белеү хаҡында иҫкәртә. Хоҙайға доға ҡылып ҡына түгел, яҡшы эштәр менән, оло быуын һәм мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреп тә ҡаршы алабыҙ уны.
Башҡортостандың мосолмандар өммәте республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуға, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә оло өлөш индерә.
Бөтә донъя йылдан ашыу яңы коронавирус менән алыша. Республикабыҙ халҡының профилактик сараларға һәм вакцинацияға яуаплы ҡарауы арҡаһында бөгөн вирус сигенә башланы. Ниһайәт, диндарҙар, ғибәҙәтханаларға йыйылып, Хоҙайға күмәк доға менән мөрәжәғәт итеү бәхетенә эйә булды. Беҙҙең берҙәмлек эпидемияны еңергә ярҙам итер, тип ышанам.
Ураҙа байрамы барыбыҙға ла рухи тыныслыҡ һәм үҙ көсөбөҙгә ышаныс, ижади хеҙмәт өсөн яңы көс бүләк итһен.
Байрам көнөндә һәр йортҡа һәм һәр ғаиләгә ырыҫ һәм бәхет, татыулыҡ һәм изгелек, ҡот һәм именлек теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров

Читайте нас: