Ашҡаҙар
+22 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
16 Июнь 2021, 15:57

Хаж ҡылыусыларҙы индермәйәсәктәр. Сәғүд Ғәрәбстаны шундай ҡарарға килгән.

Быйыл Сәғүд Ғәрәбстанында йәшәүселәр генә хаж ҡыла аласаҡ, был коронавирус инфекцияһы таралыуы мәсьәләһенә бәйле булып тора. Был ҡарарҙы Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ла хуплап алған. Тәү сиратта сикләүҙәр донъялағы эпидемиологик торош менән бәйле.

Хаж ҡылырға теләүселәрҙең күп булыуын иҫтә тотоп, был ҡурҡыныс ауырыуҙың тағы ла көслөрәк таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ил эсендә булыусыларға ғына хаж ҡылырға мөмкин буласаҡ.
Хаж ҡылыуҙы икенсе йылға кисектереп торорға тура килә күрәһең. Шулай ҙа сит илдәргә ағылһаҡ та, үҙебеҙҙең Башҡортостанда ла хаж ҡылырҙай изге урындар бар. Был урындарҙы асыҡлар, популярлаштырыу мәле етте шикелле.
Читайте нас: