Салауат Ибраһим улы Рәхмәтуллин 1942 йылдың 1 февралендә Ауырғазы районы Солтанморат ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Мәктәп тамамлғас 1959 йылда хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡта балта оҫтаһы булып башлай, 1960-1965 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетында белем алғандан һуң, тыуған ауылы мәктәбенә эшкә ҡайта. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, төрлө райондарҙа мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә эшләй.
1984 йылда, ҡалала Яҙыусылар ойошмаһы асылғас, Стәрлетамаҡта төпләнә. Бында ул СДПИ-ла, Ю.Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында эшләй. "Ащҡаҙар" гәзитендә Салауат Ибраһим улы 1996-1998 йылдарҙа эшләне. Стәрлетамаҡтар уны үткер ҡәләме, оператив мәҡәләләре аша таный ине.
Әҙәби донъяға Салауат ағай студент йылдарында килә, әҙәби түңәрәктән башланған ижад ҡала, республика һәм артабан ил кимәленә сыға. Ул Башҡортостанда ғына түгел, күрше Татарстанда ла киң билдәле һәм абруйлы шағир.
"Әйтелмәгән әйтер һүҙҙәрем", "Ямғыр яу, яу!", "Күперҙәр". "Быйыл мәктәпкә барам" һәм башҡа китаптары донъя күрә. Башлыса балалар өсөн ижад итә.
Салауат ағай, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын, шиғырҙарың мәңге халыҡ йөрәгендә ҡалыр! Тыныс йоҡла.