Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
15 Июль 2021, 18:49

Өлөшлө төҙөлөштә ҡатнашыусы 46 кешегә фатир асҡысы тапшырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республикала алданған өлөшсөләр хоҡуғын тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эштәр алып барыла. “Интеграл” ойошмаһының төҙөлөштө тамамлауын улар алты йыл көткән. Банкрот сәбәпле, ул эшен аҙағына еткерә алмай. Һөҙөмтәлә төҙөүсе ойошма алмаштырыла. “Нефтекамскстройзаказчик” ойошмаһы объекттарҙы төҙөп бөтөү өсөн 500 миллион һум аҡса һала.

Өлөшлө төҙөлөштә ҡатнашыусы 46 кешегә фатир асҡысы тапшырылды
Өлөшлө төҙөлөштә ҡатнашыусы 46 кешегә фатир асҡысы тапшырылды

Яңы төҙөүсе ойошма сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дүрт йорт төҙөлөшөн тамамланы. 249 алданған өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелде, тип хәбәр итә   БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Фото – БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: