Ашҡаҙар
-8 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
23 Ноябрь 2021, 17:20

Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ

Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылындағы  "Рәхимйән" мәсете һуңғы йылдарҙа яңыртылыуға мохтаж ине. Тирмә  рәүешендә эшләнгән мәсеттең таяуҙарын да алмаштырырға кәрәк ине.Шөкөр, Аллаһ тәғәләнең ярҙамы менән быйыл ошо тәңгәлдә байтаҡ эштәр эшләнгән.

Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ

Ағалы-ҡустылы Марсель Биктимеров менән  Радик Рәхмәтуллин тәҙрә ҡуйыуҙа ярҙам күрһәткән. Әйткәндәй, был изге башланғысты быйыл Ҡорбан ғәйетендә Салауатта йәшәүсе ошо ауыл ҡыҙы Әминур Әхтәм ҡыҙы күтәреп сыҡҡайны һәм үҙе лә ошо маҡсаттта мул ғына өлөш индерәсәге хаҡында әйткәйне. Ауылдаштары шунда уҡ тәҡдимде хуплап, дәррәү ярҙам итә башлаған. Мәсеттең  башын ҡалай менән ябыу эшен Әбдрәхим Аҙнаев атлы егет үҙ өҫтөнә алған. Бергәләп  тотонғас, эштәр ырамлы бара. Хәҙер терәүҙәрҙе декоратив биҙәктәр менән ҡороп ҡуйырға ғына ҡалды, тип шатлана ауылдаштары һәм сауаплы эш башҡарған егеттәргә  оло рәхмәтен белдерә.

Әлбиттә, бында һәр эшкә ең һыҙғанып керешкән тынғыһыҙ ауыл советы рәйесе Илмир Сарбулатовтың егетлеген әйтмәү мөмкин түгел. Бына шундай илһөйәр егеттәр һәм ҡыҙҙар булғанда данлыҡлы ауыл гөрләтеп йәшәр, иншалла!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: