Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
7 Февраль 2022, 14:58

Башҡортостан руханиҙарын беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтәләр.

Республикала "Алтын минуттар" проекты сиктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр дини ойошмаларының 200-гән руханиҙары һәм уҡытыусылары беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнәсәк.

Башҡортостан руханиҙарын беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтәләр.
Башҡортостан руханиҙарын беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтәләр.

Проект президент гранттары фонды аҡсаһына урындағы «Флагман» мосолмандар дини ойошмаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла,- тип белдерҙе Башҡортостан Үҙәк Диниә назаратының матбуғат сәркәтибе Ғәзиз Йосопов.
- Төрлө ҡазалар әҙәм балаһын аҙым һайын һағалап ҡына тора. Саҡ ҡына уяулығыңды юғалттыңмы, хәүеф-хәтәр менән ҡара-ҡаршы ҡалаһың. 10 йыл буйына «Суфия» мәсетендә эшләгән ваҡыттарҙа мәсеткә килеүселәргә беренсе ярҙам күрһәтеү осраҡтары күп булды,- ти «Флагман» урындағы мосолман дини ойошмаһының имам-хатибы Алмаз хәҙрәт Вәлиев.
Парамедицинала "Алтын минуттар" тигән төшөнсә бар, ана шул 3-5 минут арауығында кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуға өмөт бар. Беҙҙең проект ғәмәли тренингтарҙан тора. Һәм шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк,ошо тренингтарҙа имам һәм мәсет хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ирекмәндәр һәм башҡа руханиҙар ҙа беренсе ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен тренажерҙарҙа өйрәнәсәктәр ти Алмаз хәҙрәт.
Башҡортостан мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин әйтеүенсә, беренсе ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен белеү мәсеттә генә түгел, бөтөн ерҙә лә кәрәк була. Мәҫәлән, изге урынға Хаж ҡылған ваҡыттарҙа самолет һәм автобустарҙа ҡайһы бер кешеләргә һауа етмәгәнлектән, ҡыйын булған саҡтарында һ.б.
Был проект "Хәүефһеҙлек мәктәбе" Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Уҡыуҙар Башҡортостандың бер-нисә урынында буласаҡ. Беренсе ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен өйрәнергә теләүселәргә урындағы мәсет, мосолман дини идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бөтә заявкаларҙы иҫәпкә алғас, махсус уҡыуҙарҙың райондарға сығыу программаһы төҙөлә.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: