Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
18 Февраль 2022, 20:00

Мосолман асыуланамы?

Дини тәғлимәтте үҙенә йәшәү рәүеше итеп алыусылар өсөн диндән ваз кисеп йөрөүселәрҙең күп кенә ҡылыҡтары сәйер һәм ят күренә. Сөнки ул, “бөтәһенән” айырмалы рәүештә, донъяға икенсе төрлө күҙлектән ҡарай, әйберҙәрҙе башҡасараҡ ҡабул итә.Уның өсөн хәләл һәм харам сиктәре лә бар. Мосолман, әлбиттә, башҡаларҙан йәшәү рәүеше менән дә, тышҡы ҡиәфәте менән дә айырыла.

Мосолман асыуланамы?
Мосолман асыуланамы?

 Әммә ул, башҡалар кеүек үк, ябай кеше булып ҡала. Шуның өсөн дә дин юлында булған кешенең һәр бер аҙымын һағалап, диндә тап шулай эшләргә кәрәк икән, ул диндә булған өсөн шулай ҡылана икән, тип уйларға кәрәкмәй.
Әлбиттә, әҙәп-әхлаҡҡа саҡырыусы дингә тотонған кеше тирә-йүндәгеләр өсөн өлгө лә булып тора. Әммә мосолмандың фиғелендәге һәр бер нәмәне диндән тип ҡабул итеү кәрәмәҫ. Әгәр ҙә үҙен мосолман итеп танытҡан берәү, нимәгәлер асыуы килеп, әрләшә, йә тупаҫлыҡ күрһәтә икән, был уның ысын мосолман булмауын аңлатмай әле. Эйе, динебеҙ йомшаҡлыҡҡа, яҡшы мөғәмәләгә саҡыра.
Әммә кемдер өсөн ҡайһы саҡта асыуын тыйып ҡалыу бик еңелдән булмауы ла мөмкин. Әммә уның тиҙ ҡыҙып китеүсәнлеге диненән баш тартырға тейешлеген, йә мөслим булырға хаҡы юҡлығын аңлатмай. Ул ғына ла түгел, диненә ҡаршы әйтелгән һүҙҙәр ишеткәндә, Аллаһ Тәғәлә күрһәткән тура юлға ҡарата ниндәйҙер мыҫҡыллау булғанда уның хатта асыуланырға ла хоҡуғы бар. Пәйғәмбәребеҙ үҙенә ҡарата ниндәйҙер ғәҙелһеҙлек күрһәтелгәндә, асыуын еңеп, сабырлыҡ күрһәткән. Ә Раббыһының диненә ҡаршы берәй нәмә ҡылынғанда ризаһыҙлыҡ белдереп, асыуын күрһәткән.

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.

Мосолман асыуланамы?
Мосолман асыуланамы?
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: