Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында халыҡта иман тәрбиәләрҙәй матур саралар йыш уҙғарылып тора. Мәҫәлән, күптән түгел “Йома сәйе” йолаһы үткәрелде. Байрамға йыйылыусыларҙы ауыл мәсетендә ғәрәп теленә өйрәтеүсе Әлмира Ишембаева йома көнөнөң мәғәнәһе тураһында һөйләне. Йомала нимәләр эшләргә ярамағанлығы, был көндө күберәк изгелек эшләп сауап алырға кәрәклеге хаҡында һүҙ барҙы. Барыһы ла теләктәр, доғалар уҡыны. Әйткәндәй, Әлмира Абдрахман ҡыҙы үҙе ошо ауыл мәктәбендә ғүмере буйы математика уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты.
Ҡунаҡтар күстәнәсһеҙ килмәгәйне – тәмле-тәмле ҡоймаҡтар һәм телде йоторлоҡ төрлө бәлештәр байрамға йәм өҫтәне.
Сара самауырлы мул сәй табыны артында йәнле һөйләшеү менән дауам итте. Боронғоса борлатып самауыр ҡайнатып сәй эсеп, йома көнөнөң тәрбиәүи әһәмиәтенең мөһимлегенә инанып, ҡунаҡтар күтәренке кәйефтә таралышты.
Наилә ХӘЙБУЛЛИНА.
Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылы.