Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
23 Март 2022, 14:21

АЛЛАҺТЫҢ РӘХМӘТЕ ЯУҺЫН ТИҺӘҢ... Намаҙ тураһында бер кәлимә һүҙ

Намаҙ – мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең береһе, бәлиғ булған кеше үтәргә тейеш булған ғибәҙәт. Әммә мосолмандар өсөн мөһим булған күренеш тураһында төрлө һорауҙар тыуа, икеләнеүҙәр бар. Ошо мәсьәләләрҙе асыҡлау маҡсатында намаҙ уҡыуҙың әһәмиәте һәм тәртибе тураһында ентекләберәк аңлатыуын һорап, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мосолмандары мөхтәсибе Ришад хәҙрәт РАФИҠОВҡа мөрәжәғәт иттек.

АЛЛАҺТЫҢ РӘХМӘТЕ ЯУҺЫН ТИҺӘҢ... Намаҙ тураһында бер кәлимә һүҙ
АЛЛАҺТЫҢ РӘХМӘТЕ ЯУҺЫН ТИҺӘҢ... Намаҙ тураһында бер кәлимә һүҙ

– Намаҙҙы нисә йәштән уҡырға ярай?
– Бисмилләһир-Рахмәнир-Рахим. Һәр бер бәлиғ булған, аҡылы булған мосолман намаҙ уҡырға тейеш, йәғни фарыз. Балаға ете йәш булғас та намаҙ уҡырға бойорорға ярай. Рәсүлебеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм әйткән: “Балаларығыҙҙы ете йәштән намаҙға өйрәтегеҙ, ә ун йәштән намаҙға иғтибарһыҙлыҡтары өсөн йоҡларға айырым һалығыҙ”. Йәғни шелтәләргә була.

– Намаҙҙы үҙең белгәнсә ултырып уҡыу дөрөҫмө? Уҡыған намаҙым ҡабул булырмы икән тип шикләнеүселәр була.
– Намаҙҙы үҙең белгәнсә тигән һорау юҡ, сөнки ниндәй генә ғибәҙәт булма-һын, пәйғәмбәребеҙ ҡанунлаштырғанса, Аллаһы тәғәләгә ғибәҙәт ҡылабыҙ үҙе-беҙсә ғибәҙәт ҡылыуға килгәндә, беҙгә ундай хоҡуҡ бирелмәгән. Ултырып уҡыу мәсьәләһенә килгәндә, һаулығы булмау арҡаһында, баҫып тора алмай икән, ултырып, ултырып уҡый алмай икән – ятып ишара менән уҡырға тейеш.

– Ҡалған намаҙҙарҙы йыйып уҡырға яраймы? Ашыҡҡанда намаҙҙың фарызын ғына уҡырға яраймы?
– Асылында намаҙ ҡалдырыуға сәбәп юҡ. Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙенең бер хәҙисендә әйтте: “Ҡиәмәт көнөндә кешенән иң беренсе эш итеп намаҙ тураһында һораясаҡтар. Әгәр ҙә ул еренә еткереп уҡылған булһа, уның бөтөн ғәмәле лә дөрөҫ үтәлгән һанала”, – ти.

– Намаҙлыҡты төрөп ҡуйырға кәрәк, юҡһа унда шайтандар намаҙ уҡыуы бар, имеш, тиҙәр...– Намаҙлыҡты намаҙ уҡығас та алып ҡуяһың, үҙенсә тәртип бар, ә шайтанға килгәндә, ул намаҙ уҡымай, бөтә эше – һеҙҙе, беҙҙе намаҙ уҡытмау өсөн көрәш.

– Мосафир намаҙы, йәғни юлда йөрөгәндә намаҙ нисек уҡыла? Ҡиблаға ҡарап ҡына уҡыу мотлаҡмы?
– Мосафир намаҙына килгәндә, машинала бараһың икән, туҡтап, төшәһең дә фарызын ғына (ҡыҫҡартып) уҡып китәһең. Ҡибла шарт. Өйлә намаҙын, мәҫәлән, дүрт рәҡәғәт фарызын ике рәҡәғәт кенә уҡырға кәрәк. Аҡшам фарызы ҡыҫҡартылмай.

– Ир-атҡа йәки ҡатын-ҡыҙҙарға ҡыҫҡа еңел күлдәктә, ирҙәргә ялан баш намаҙ уҡыу рөхсәт ителә...
– Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙға килгәндә, уның бөтөн кәүҙәһе – ғәүрәт итәге, еңе оҙон, башында яулыҡ, елкәһе ябыҡ булырға тейеш. Әгәр ҙә шуларҙың береһе булмаһа – намаҙ ҡабул түгел. Ирҙәр иң яҡшы булған таҙа кейемдә, башында түбәтәйе булырға тейеш.

– Ни өсөн намаҙ ғәрәп телендә уҡыла?
– Намаҙ ғәрәп телендә уҡылырға тейеш, сөнки Ҡөръән ғәрәп телендә индерелгән. Башҡортса тәржемә ҡылынһа ла, мәғәнәһе боҙолоуы (үҙгәреүе) ихтимал. Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, пәйғәмбәребеҙ ғәрәп телендә уҡыған. Уның сөннәте.

– Намаҙ уҡымаған кеше йыш ҡына кеше саҡырып аят уҡытып торһа, намаҙ уҡымағандың әжерен ҡайтара аламы?
– Уҡымаған намаҙҙарҙы, нимә генә эшләһәң дә, “уҡыған” тигән әжергә ирешеп булмай. Юҡ! Һиңә йөкләнгән – уҡырға тейешһең. Пәйғәмбәребеҙ әйтте: “Иманлы һәм иманһыҙ кешенең айырмаһы – намаҙ”, аҙағында “кем намаҙын ҡалдырһа – иманһыҙ була”, – ти.

– Дүхә намаҙы тураһында айырым әйтеп үтегеҙ әле.
– Дүхә намаҙы – кешенең өс йөҙ ҙә алтмыш быуыны. Ә “Һәр бер быуын өсөн саҙаҡаһын бирергә тейеш”, – тине пәйғәмбәребеҙ. Тимәк, уны мотлаҡ уҡыу фарыз. Дүхә намаҙын ҡояш сыҡҡас бер сәғәттән һуң уҡыу дүхә намаҙына инә.

– Ҡалған намаҙҙар өсөн икешәр рәҡәғәт кенә уҡыһаң яраймы?
– Ҡалған намаҙҙарға килгәндә, уны ҡайтарып булмай, бер көнлөк биш намаҙ ҡалды икән, быны уҡырға мөмкин. Иң хәйерлеһе – ҡалдырырға түгел, ваҡытында уҡыу фарыз. Аллаһы тәғәләнән ялбарып-ялбарып ғәфү итеүен һорау ғына ҡала.

Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

АЛЛАҺТЫҢ РӘХМӘТЕ ЯУҺЫН ТИҺӘҢ... Намаҙ тураһында бер кәлимә һүҙ
АЛЛАҺТЫҢ РӘХМӘТЕ ЯУҺЫН ТИҺӘҢ... Намаҙ тураһында бер кәлимә һүҙ
Автор:
Читайте нас: