Нимә өсөн мосолмандар таң атып ҡояш байығанғаса ашау-эсеүҙән, ир менән ҡатын мөнәсәбәтенән баш тартырға тейеш һуң? Күптәр был бит Аллаһы Тәғәлә бойороғо, тиҙер, бының менән бер кем дә бәхәсләшмәй, был дөрөҫ. Аллаһы тәғәлә бойороғо, ләкин Аллаһының һәр бер бойороғонда үҙенең хикмәте бар.
Ураҙаның мәғәнәһе нимәлә? Яуабы, һәр кем Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу өсөн яратылған. Аллаһы тәғәлә әйтә: “Мин ендәрҙе, кешеләрҙе миңә генә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн яраттым”, ти. Ғибәҙәт –Аллаһы Тәғәлә риза, ҡәнәғәт булған һүҙҙәребеҙ, ә иң бөйөктәре – Намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, зәкәт биреү һәм хаж.
Аллаһы ризалығы өсөн эшләргә һәм ғүмеребеҙ Аллаһы ризалығы өсөн үтәргә тейеш. Беҙ йыш-йыш ҡына ярамаған эштәрҙе эшләп ҡуябыҙ, шөкөр итмәүселәрҙән булабыҙ, сәбәбе: беҙҙең Аллаһы Тәғәләне таный торған йәнебеҙ генә түгел, беҙҙең тәнебеҙ, уның менән бергә матди ихтыяждарыбыҙ бар. Беҙҙең менән идара иткән һәм үҙенә һәр төрлө күңел асыуҙарға, матур-матур нәмәләргә тартып торған ошо донъяла урынлашҡанбыҙ шул беҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең нәфсебеҙ бар. Бына ошо нәфсе кешене ошо донъя тормошонан ҡәнәғәтләнеү эҙләргә, башҡа кешеләр менән ярышыуға, көнләшеүгә, мал туплауға дәртләндерә. Бына шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә билдәле бер ваҡытҡа ошоларҙан онотолһон, Аллаһыны иҫкә алһын өсөн билдәле бер ғибәҙәттәрҙе үтәргә бойорҙо: Ҡөрьән, намаҙ уҡыу, тыйғандарҙан, хәрәм ризыҡтан баш тартыу йәғни бер аҙ ваҡытҡа донъя менән булған элемтәне өҙөү.
Аллаһы Тәғәлә йыл һайын бер айға тәндең талабын кәметеү, сикләү өсөн ураҙа тотоуҙы йөкләне. Нимә өсөн кеше ашау-эсеүҙән яҡынлыҡ ҡылыуҙан баш тартырға тейеш, сөнки ҡорһаҡ, енси ағзалар ярҙамында ошо матди донъя беҙҙең әхлағыбыҙ менән идара итә. Ошоноң өсөн генә кеше эшләй, малын арттыра, мал йыя, был эштәр, әйтәйек, иң тәмле ризыҡты, төрлө эсемлектәрҙе һатып алыр йә үҙен башҡа ирҙәр, ҡатындар алдында матур итеп күрһәтер өсөн була. Ошоларҙы белгәнгә күрә лә Аллаһы Тәғәлә билдәле бер ваҡытҡа аңлы рәүештә бына ошо ике ағзаны “йүгәнләргә” бойорҙо.
Быйыл ураҙаны тотоуҙың беренсе көнө 2 апрель. Бе-ренсе тәрәүих намаҙы 1 ап-рель кис менән сәғәт 21.45 сәғәттә башлана. Беренсе көн сәхәр ашыу 4:58 сәғәттә тамамлана, ауыҙ асыу 19:52 сәғәттә.
Барығыҙҙы ла ошо изге ай менән ҡотлайым. Иҫән-һау ураҙалар тотоп Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешеүҙе теләп,
Ришад хәҙрәт РАФИҠОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мосолмандарының мөхтәсибе.