– Изге байрам яҡынлашыу айҡанлы бер-ике һүҙ әйтеп китһәгеҙ ине.
– Бер нисә көндән беҙ, мосолмандар өсөн изге булған Ураҙа ғәйете көнө етәсәк. Ошо изге көндәрҙә һеҙгә иҫәнлек, именлек, ғаилә бәхете теләп ҡалам һәм һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе бер ваҡытта ла шатлыҡ ҡалдырмаһын тигән теләктәремде еткерәм.
Был байрам Аллаһ тәғәлә ҡаршыһында булған бурысыбыҙҙы үтәгәндән һуң үткәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рамаҙан айының һуңғы көндәре етте, байрам иғлан ителде һәм күп ғибәҙәттәрҙән һуң беҙ ошо шатлыҡлы көнгә лайыҡ булдыҡ.
– Күптәр ураҙа айында фытыр саҙаҡаһы биреү тураһында ҡыҙыҡһына. Фытыр саҙаҡаһы ни өсөн, ҡасан һәм нисә тапҡыр бирелә?
– Фытыр саҙаҡаһы пәйғәмбәребеҙ Мәккәнән Мәҙинәгә күскәндең икенсе йылында Рамаҙан айында фарыз булды. Фытыр саҙаҡаһы ла, зәкәт шикелле үк, ғаиләнең һәр бер ағзаһынан йылға бер мәртәбә бирелә.
Хәленән килгән һәр мосолманға фытыр биреү вәжиб. Балаларҙың фытырын ата-әсәһе бирергә тейеш. Хатта ғәйет намаҙынан алда тыуған йәш бала өсөн дә. Фытыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше ярамаған эштәрҙән, һүҙҙәрҙән таҙарыныу өсөн һәм фәҡирҙәр байрам итһен өсөн бирелә.
Фытыр саҙаҡаһы Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы бирелергә тейеш. Кем намаҙ уҡығанға хәтлем биреп өлгөрмәһә, саҙаҡаһы фытырҙан үтмәй. Шулай уҡ дин ғалимдары әйтеүенсә, ғәйеттән бер-ике көн элек бирһә лә ярай.
– Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәп арҡаһында, әйтәйек, ауырып ятып, фытыр саҙаҡаһын үҙ ваҡытында бирә алмаған хәлдә ни эшләргә?
– Әгәр фытыр саҙаҡаһын үҙ ваҡытында бирә алмаһаң – фытыр булып үтмәй.
– Фытыр саҙаҡаһының күләме бөтә мосолмандар өсөн дә – хәллерәктәр һәм ярлылар өсөн бер төрлөмө, әллә һәр кем матди хәленә ҡарап бирәме? Быйыл ул йән башына күпменән бирелергә тейеш?
– Фытыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандар ҙа бирергә тейеш, хатта яңы тыуған бала өсөн дә. Шәриғәт буйынса, фытыр ризыҡ менән бирелергә тейеш. Ләкин бөгөнгө дин ғалимдарыбыҙ аҡсалата бирергә лә ярай, тиҙәр. Фытыр саҙаҡаһы өсөн йән башынан 4 ҡаҙаҡ бойҙай йәки 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, хәлле кешеләрҙән йән башынан 4 ҡаҙаҡ хөрмә, йә 8 ҡаҙаҡ йөҙөм биреү тейешле, уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр. (Бер ҡаҙаҡ — уртаса 400 грамм.)
Фытыр саҙаҡаһының быйылғы иҫәпләп сығарылған күләме (2022 йыл); хәленә ҡарап – 150 һум, урта хәллеләргә 300 һум һәм аяҡтарында ныҡлы баҫып торғандарға 700 һумдан башлана.
– Фытыр саҙаҡаһын яҡындарыңа, ата-әсәйеңә йәки балаларыңа бирергә яраймы? Ғөмүмән, кемдәргә бирһәң дөрөҫ була?
– Саҙаҡа мохтаж кешегә бирелә, тинек. Йәғни, фытыр саҙаҡаһы зәкәт бирелә торған кешеләргә бирелә: ярлы кеше тигәндә, бер ултырып ашарлыҡ ризығы бар. Был кешеләр динебеҙ буйынса ярлы – фәҡир тип һанала; меҫкендәргә – ҡулында һис бер әйбере булмағандар; һәм Аллаһ юлында уҡыған шәкерттәргә, йәғни мәҙрәсәләргә аҡсалата биреү хәйерлерәк.
Фытыр саҙаҡаһын, шулай уҡ, зәкәт фондтарына – мәсеттәрҙәге махсус йыйылған саҙаҡа йәшниктәренә һалырға кәрәк. Мәсеттәге дөйөм саҙаҡа менән бутарға ярамай. Был аҡсалар иһә түбәндәге әйтелеп үткәндәргә мәсеттән бүленеп бирелергә тейеш.
Ә бына әсәй кешене меҫкенгә һанап, саҙаҡа биреү ярамаҫ. Сөнки атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәр – балалары ҡарамағында.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
– Аллаһ Тәғәлә хәйерле сәләмәтлектәр биреп, Рамаҙан айын изгелектә үткәрергә насип итһен.
Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.
Һәр йылдағы кеүек, ғәйет намаҙы иртәнге сәғәт 8-ҙә Яңы мәсеттә (Латипов урамы, 47-се йорт), сәғәт 10-да Отрадовка мәсетендә (Мәктәп урамы, 2д йорт) һәм сәғәт 11-ҙә Ҡаранай Моратов урамындағы (9-сы йорт) мәсеттә дауам итәсәк.