Ашҡаҙар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
8 Июль 2022, 10:40

Ҡорбан салыу – Алаһыға яҡынайта, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығыта

Бисмилләһир-Рахмәнир-Рахим! Әссәләмү ғәләйкүм үә рахматуллаһи үә бәрәкәтүһ! Беренсе һәм һуңғыларҙың Раббыһы, Үкенеү көнөнөң хужаһы Аллаһы Тәғәләгә мең-мең шөкөрана, маҡтау, олоҡлауҙарыбыҙ булһын!

Аллаһы Тәғәлә илсеһе, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саләллаһу ғәләйһи үә сәләмгә күңел түребеҙҙән сыҡҡан хәйер-доға, сәләмдәребеҙҙе Аллаһы тәғәлә ирештереп торһа ине.

Айҙарҙың иң бөйөгө Зөлхиджә айы ла килеп етте. Ошо  айҙың унынсы көнө, туғыҙынсы көнө – беҙ мосолмандар өсөн бөйөк ике байрамыбыҙҙың береһе Ҡорбан ғәйете көнө. Пәйғәмбәребеҙ сәхәбәләре ошо ай ингәндә береһе менән береһе яҡшылыҡта ярышалар ине, ураҙа тоталар ине, нәфел намаҙҙары уҡыйҙар ине, хәйер тараталар, Аллаһыны маҡтау һүҙҙәрен әйтәләр ине.

Әйҙәгеҙ, ошо көндәрҙе Аллаһыны маҡтау һүҙҙәрен әйтеп, үкенеүҙәребеҙ, яҡшы эштәр менән, иң мөһиме, 8-се июль көнө ураҙа тотоп үткәрәйек!

Ҡорбан байрамы намаҙ уҡыуҙан башлана, намаҙ ваҡыты ҡояш сыҡҡас та 40-45 минут үткәс,  төшкә хәтлем бара. Намаҙ уҡый торған ерҙәрҙә мосолмандар намаҙ уҡыйҙар, саҙаҡалар бирәләр, һуңынан ҡорбан салына. Шәриғәт хөкөмө буйынса, һый-хөрмәт әҙерләнә. Ә ҡорбанлыҡ итенә килгәндә, ул өскә бүленә: бер өлөшө фәҡирҙәргә, икенсе өлөшөнән туғандар, дуҫтар, күршеләр өсөн аш әҙерләнә, өсөнсө өлөшөн үҙеңә ҡалдырһаң да була.

Пәйғәмбәребеҙ  Мөхәммәд саләллаһу ғәләйһи үә сәләм: “Минең өммәтемдең яҡшылары ҡорбан сала, ямандары уны ҡалдыра”, - тине. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙебеҙ бит рәхәтләнеп итен ашайбыҙ, туғандар менән туғанлыҡ мөнәсәбәтен нығытабыҙ.

Ҡорбан байрамы  кешелек тарихында мосолмандар мәҙәниәтендә генә түгел, монотеистик диндәрҙән булған христиан, йәһүд мәҙәниәтендә лә тәрән тамыр йәйгән мөһим бер ваҡиға. Уның тарихы пәйғәмбәребеҙ килгәнгә хәтлем күп йылдар элеккә ҡайтып ҡала. Пәйғәмбәребеҙ: “Ер йөҙөнә килгән пәйғәмбәрҙәр һаны  100 меңдән артыҡ. Шуларҙың береһе бөйөк пәйғәмбәр Ибраһим ине”-, тине.

Ҡөръәндә күрәбеҙ, Ябраил фәрештә Ибраһим ғәләйһиссәләмгә ҡартлыҡ көнөндә, 86 йәшендә йоҡоһонда күргән, йөрәгенең бер киҫәге булған Исмәғилде ҡорбан ҡыл, тигән Аллаһы Тәғәләнең бойороғон еткерҙе. Ибраһим, үҙенең ниәтен белгертмәйенсә, улы менән  бөгөнгө мәккә ере булған Мина үҙәнлегенә китте. Ҡорбан ҡыла торған ергә Минаға еткәс, улы Исмәғилгә: “Мин төшөмдә һине ҡорбан ҡылған хәлдә күрҙем, һин ошо  турала нисек уйлайһың?”, - тине. Улы: “Эй, атайым, һиңә нимә бойоролһа – шуны эшлә, һин мине сабыр итеүселәрҙән табырһың”, - тине. Атаһы ла, улы ла Аллаһы Тәғәләнәең бойороғон үтәүгә әҙер инеләр. Һуңғы мәлдә: “Был һынау, быны эшләмә!” тигән илаһи бойороҡ ишетелде. Ибраһим пәйғәмбәр оло һынауҙы үтте, ҡорбан була  торған улы ҡорбанлыҡ менән алмаштырылды.

Ҡорбан – мосолмандар традицияһы менән Аллаһы Тәғәләнең бойороҡтарын үтәү менән Аллаһыға яҡынайыу. Ҡорбан салыу матди яҡтан  хәленән килгән һәр кем өсөн тейешле, ҡорбан салыу – ғибәҙәттең йәнә бер формаһы.

Ғәйет көнө беренсе намаҙ уҡыуҙан башлана. Намаҙ уҡыр алдынан тулы ғөсөл алына, таҙа, байрам кейемен кейәбеҙ, хушбуй һөртәбеҙ. Ә ҡорбан намаҙ уҡылғандан һуң ғына Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ғаилә исеменән салына (быйыл үҙем, икенсе йыл ҡатыным, өсөнсө йыл балам өсөн тип түгел). Кемгә мал кәрәк икән, иртәнге сәғәт 6-сы яртыла Отрадовка мәсетенән (мәктәп урамы, 2д), иртәнге сәғәт 7-лә Яңы мәсеттән (Тыныслыҡ урамы, 15) автобустар китә.

Ғәйет намаҙы Отрадовка мәсетендә сәғәт 5:15 минутта; Яңы мәсеттә 6:45 минутта; Иҫке мәсеттә (Латипов, 47) сәғәт 9.00 һәм Ҡаранай Моратов урамындағы мәсеттә (13-сө йорт) сәғәт 9.30 башлана.

Яҡшы теләктәр, изге доғалар менән, РИШАД хәҙрәт.

Ҡорбан салыу – Алаһыға яҡынайта, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығыта
Ҡорбан салыу – Алаһыға яҡынайта, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығыта
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: