Был бөйөк байрам мосолмандарҙың изге урындарға барып Хаж ҡылыуын билдәләй. Ҡорбан ғәйете мосолмандар өсөн әхлаҡи терәк булып тора, уларҙың тәҡүәлеккә һәм мәрхәмәткә, мохтаждарға ярҙам итеүгә ынтылышын иҫбатлай. Меңдәрсә мосолмандар илебеҙ именлеге өсөн, туғандарының һәм яҡындарының һаулығы хаҡына доға ҡыла. Улар, изге традицияларға тоғро ҡалып, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап, йәштәрҙе тәрбиәләүгә, хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы! Ҡорбан байрамы барыбыҙға ла йән тыныслығы алып килһен, көс-дәрт бүләк итһен һәм сағыу уңыштарға илһамландырһын!
Һеҙҙең һәммәгеҙгә лә – туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, именлек һәм изге ғәмәлдәрегеҙҙә уңыштар теләйем. Был изге байрам һәр йортҡа шатлыҡ-ҡыуаныстар, тыныслыҡ һәм именлек килтерһен!
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы
ҡала округы хакимиәте башлығы.