Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
17 Август 2022, 11:05

Аллаһ йорттары арта

Һикһәненсе йылдарҙа Стәрлетамаҡта бер генә мәсет булһа, хәҙер район буйынса уларҙың һаны ун өскә етте!  Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрада ауылында “Мәрйәм” мәсетен асыу тантанаһы тураһында  беҙҙең сайтҡа инеп уҡығыҙ.

Стәрлетамаҡта иң беренсе йәмиғ мәсете 1800 йылдың 4 сентябрендә барлыҡҡа килә. Уның баш ахуны итеп Сәлим Рәмиев тәғәйенләнә. 1823 йылда сауҙагәр Ғ.Ғ.Ибраев аҡсаһына йәмиғ мәсете һалына. Ул янған ағас мәсет (1800 йылда сауҙагәр Ш.Урманцев аҡсаһына һалынған) урынында төҙөлә. Таштан һалынған манаралы бина 1861 йылда яна һәм ҡайтанан тергеҙелә. Ул Ырымбур мосолман Диниә назараты ҡарамағында була. Попечителдәр араһында сауҙагәрҙәр М.М.Рәмиев (ҡара: Рәмиевтар), Усмановтар һ.б. 1863 йылда мәхәлләлә 3208 кеше, 1899 йылда 2644 кеше иҫәпләнә. Мәсет эргәһендә Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһе эшләй. Ул 1930 йылда ябыла, бинаһы Стәрлетамаҡ район халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағына тапшырыла, һуңынан һүтелә. Имам- хатиптары: ахундар С.Р.Рәмиев (1800 йылдан алып), Ш.З.Нагаев (1815 йылдан), К.Ш.Нагаев (1839 – 90); Г.К.Нагаев (1892 йылдан алып).

Р.У.Абдрахманов, Н.О.Насирова.

(Тарихи сығанаҡтарҙан)

13 августа Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрада ауылында “Мәрйәм” мәсетен асыу тантанаһында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мосолмандары имамхатибы, Башҡортостан мосолмандарының имамахуны Ришад хәҙрәт, “Мәрйәм” мәсетенең имам-хатибы Али хәҙрәт, төрлө тарафтарҙан килгән имамдар, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенән Илгиз Йәнәлиев, Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенән Илдар Ғәзизов һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы халҡы ҡатнашты.

 Стәрлетамаҡ тарихына ҡараш ташлаһаҡ, иң беренсе уның рухи донъяһы күҙ алдына килеп баҫа. Әле ҡасан ғына – үткән быуаттың етмешенсе йылдарында Стәрлетамаҡта бер генә мәсет (Аллаһҡа шөкөр, ул ағас мәсет әле лә бар) етемһерәп ултыра ине. Йәшерен-батырыны юҡ, ҡасып-боҫоп ҡына тигәндәй, шул мәсеткә барып хәйер биреп килә инек.

Һикһәненсе йылдар аҙағында, туҡһанынсы йылдар башында илебеҙҙә барған үҙгәреш елдәре рухи донъябыҙға оло үҙгәрештәр алып килде. Халыҡта йолалар тергеҙелеү, милли үҙаң, дингә хөрмәт уяныу менән бергә, ауыл-ҡалаларҙа мәсеттәр ҡалҡып сыға башланы. Йәмғиәтебеҙҙәге был ыңғай күренештәр Стәрлетамаҡ тормошона айырыуса ҙур йоғонто яһаны.

Тап шул осорҙа ҡалалағы һүнә яҙып ҡалған берҙән-бер мәсеткә имам-хатип итеп Ришад Рафиҡов ебәрелде. Бохарала уҡып ҡайтҡан йәш, белемле дин әһеле Стәрлетамаҡҡа килеү менән халыҡты иманға саҡырыу эшенә тотондо. Хәтерегеҙҙәлер, халыҡ дәррәү мәсеткә йөрөй башланы, ураҙа ғәйете, ҡорбан ғәйете байрамдары, урын етмәгәнлектән, ҡалалағы мәҙәниәт һарайҙары бинаһында уҙғарыла ине.

Ришад хәҙрәт, халыҡты иманға саҡырыу менән бергә, Стәрлетамаҡта мәҙрәсә һалыу, мәсет төҙөү эшен дә ойошторҙо. Диндар мосолмандарҙы берләштереп, совет заманы осоронда төрлө ойошмаларға тапшырылған мәсет менән мәҙрәсә бинаһын йәнә мосолмандарға ҡайтарып биреүҙәрен һорап, ул 1992 йылда ҡала хакимиәтенә хат менән мөрәжәғәт итте. Бына шулай итеп, Стәрлетамаҡта дини тормош йәнләндерелде.

1993 йыл аҙағында төҙөлә башлаған «Нур Әл Иман» мәҙрәсәһе 1995 йылдың мартында инде үҙенә тәүге шәкерттәрҙе йыя башланы. Марокконан Хаммад Мөхтәр һәм Тажикстан Республикаһынан килгән мөғәллимдәр, дин әһелдәре халыҡты уҡытыу эшенә тотондо. Бына шул мәлдән бирле унда ғәрәп телен уҡытыу дәрестәре алып барыла, теология һәм донъяуи фәндәр өйрәнелә.

Аллаһҡа шөкөр, бик күп кәртәләрҙе еңеп, 2007 йылда Стәрлетамаҡта өр-яңы мәсетебеҙ үҙ ишектәрен асты. Бер нисә йылдан һуң инде Ҡаранай Моратов урамында бик ҙур, иркен мәсет төҙөү эштәре йәйелдереп ебәрелде. Әлхәмдүлилләһ, Ришад хәҙрәт башланғысы менән ойошторолған эштәр әле лә ырамлы бара. Әле ҡасан ғына уның тырышлығы менән төҙөлгән мәҙрәсәлә белем алған шәкерттәр Сәғүд Ғәрәбстанында, Мысырҙа белем алып, хәҙер үҙҙәре төрлө ҡалаларҙа, райондарҙа имам-хатип булып хеҙмәт итә, мәсеттәр һалалар, халыҡты иман юлына әйҙәйҙәр. Стәрлетамаҡ районында Яңы Отрада ауылында асылған “Мәрйәм” мәсете лә быға асыҡ миҫал.

Әйткәндәй, ошо сарала ҡатнашыуысы, әлеге ваҡытта Пенза өлкәһенәндә имам-хатип булып эшләүсе Илгиз Ғәбдүлхәмид хәҙрәт тә дин буйынса тәүге һабаҡтарҙы беҙҙең Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә алған.

 “Мәрйәм” мәсетенә нигеҙ һалыу тарихы ла бик ҡыҙыҡлы. Был Аллаһ йорто Яңы Отрада ауылында йәшәүсе бер эшҡыуарҙың башланғысы менән төҙөлә башлай. 2016 йылда “Төҙөлөш материалдары” магазинын һатып, йәмәғәте менән Мәккәгә хаж ҡылып ҡайтҡандан һуң, Марс Вәхитовтың башына бер уй килә. Ул Аллаһ ризалығы өсөн үҙенән һуң бер мираҫ ҡалһын тип, магазинын һатҡан аҡсаға мәсет һалырға ҡарар итә. Марс Усман улының был идеяһын хуплап, имамдар ҙа, халыҡ та дәррәү эшкә тотона. Иң беренселәрҙән булып, Марс Усман улының күршеһе Вәли Абайҙуллин ярҙамға килә. Төҙөлә башлаған мәсеткә имам-хатип итеп Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә башлап дин ғилеме серҙәренә төшөнгән Али хәҙрәт (Илмир Ғүмәров) тәғәйенләнә. Кеше менән уртаҡ тел таба белгән, булдыҡлы етәксенең тырышлығы менән өмәләр уҙғарып, кем ҡул ярҙамы менән, кем аҡсалата, кем төҙөлөш материалдары менән ярҙам итә торғас, заманса йыһазландырылған, зиннәттле, ике ҡатлы мөһабәт бина ҡалҡып сыға.

 “Мәрйәм” мәсетен төҙөү эшендә алһыҙ-ялһыҙ ең һыҙғанып эшләгән Али хәҙрәт үҙенең тәбрикләү сығышында мәсет төҙөүгә матди яҡтан мул өлөш индергән киң күңелле егеттәрҙең исемдәрен атап үтте: Юнир Усманов, Айнур Ғәйнуллин, Айҙар Рәжәпов, Фәрит Миназов кеүек меценаттар төҙөлөш материалдары өсөн, эшселәргә эш хаҡын түләү өсөн ҙур ярҙам күрһәткән.

Фәрит Малик улы иһә, ваҡыт табып, кран менән килеп ярҙам иткән. Ә Раушания исемле бер апай, сирләп китеп хажға бара алмағас, хажға барырға тип йыйған аҡсаһын мәсеткә илтеп биргән.

 – Әлхәмдүлилләһ, Стәрлетамаҡҡа ҡайһы яҡтан килеп инһәң дә мәсеттәр ҡаршы ала, – тип өндәште тантанаға йыйылған халыҡҡа Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин. – Мөхтәрәм ҡәрҙәштәр, беҙҙең йәшәйешебеҙ фани донъя менән дә мәңгелек донъя менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Мәсет – ул беҙҙе был донъя менән бәйләүсе, баҡый донъяға әҙерләүсе портал. Мәсеттә беҙ Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылабыҙ. Мәсет – ул кешеләргә бер Аллаһ Тәғәләгә инаныуыбыҙҙы раҫлаусы Аллаһ йорто. Кем дә кем ҡош ояһындай ғына булһа ла мәсет төҙөй, уны төҙөү өсөн үҙ өлөшөн индерә, Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә уға әжерен ожмахта йорт менән ҡайтара. Шуға күрә кемдәр ошо мәсетте төҙөүгә өлөш индергән, Аллаһ Тәғәлә ожмахта үҙегеҙгә лә ошондай зиннәтле йорт насип итһен, - тине мөфтөй Айнур хәҙрәт.

Сара һуңында ошо изге эшкә өлөш индергән бер төркөм мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мосолмандары мөхтәсибе Ришад хәҙрәт бының менән генә сикләнмәҫкә, артабан да Строймаш биҫтәһендә, Ленин проспектында мәсеттәр төҙөргә саҡырҙы.

Стәрлетамаҡ ере элек-электән халыҡты иманға әйҙәүсе үҙәк булып торған һәм әле лә шулай булып ҡала. Иншалла, киләсәк быуындарға ла ошо мөҡәддәс эште лайыҡлы дауам итергә насип әйләһен!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

 Автор фотолары һәм асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

 

 

Аллаһ йорттары арта
Аллаһ йорттары арта
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: