Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
14 Апрель 2023, 18:40

Ҡәҙер кисе – йылдың иң мөһим кисе

Ҡәҙер кисе — йылдың иң мөһим кисе. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ҡәҙер кисендә эшләнгән игелек мең ай эсендә эшләнгәненән дә яҡшыраҡ тип һанала Ислам динендә. Был кисәлә доға ҡылыусыларҙың теләктәре ҡабул ителә, гонаһтар ғәфү ителә. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең, Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләгеҙ һәм көтөгөҙ, тиеүе билдәле.

Ҡәҙер кисе – йылдың иң мөһим кисе
Ҡәҙер кисе – йылдың иң мөһим кисе

Рамаҙан айының 20-се көнөнән башлап һуңғы төнгә тиклем Ҡәҙер төнө хаҡында уйлана башларға, төнө буйы Ҡөрьән уҡырға, теләктәр теләргә мөмкин.

Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләй-һис-сәләмдең Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләүе һәм көтөүе билдәле. Һуңғы ун төндә ул бөтә ғаилә ағзаларын йоҡоһонан уятып, торғоҙоп доға, Ҡөрьән уҡыған. Шулай уҡ ул күпселек ваҡытын мәсеттә үткәргән, йортона ла һирәк ҡайтҡан. Хоҙай Тәғәләнән бөтә мосолман өсөн бәхет, хаҡ юл һораған.

Был төндә мосолмандар янына фәрештәләр төшә һәм улар беҙҙең яҙмышыбыҙҙы аныҡ билдәләй. Фәрештәләрҙең күпме буласағын бер кеше лә белмәй, улар Ер шарына саҡ һыйып йөрөйәсәк тиеүселәр ҙә бар.

Билдәле булыуынса, Рамаҙан айында шайтандар тимер бығауҙар менән бәйләп ҡуйыла, тимәк, бәндәләр уның ҡотҡоһона бирелмәй, азат була.

Хаҡ мосолман Ҡәҙер кисенең бөйөклөгөн, ҡиммәтен аңларға тейеш. Ислам дине таралғанға тиклем кешеләр быны белеүҙән мәхрүм булған. Бындай ҙа мөһабәт төн мосолмандар өсөн генә бирелгән, ҡәҙерен белергә кәрәк.

Ҡәҙер төнө – хәлебеҙҙе яҡшыртыу, ер йөҙөндә йәшәйешебеҙҙе матур һәм лайыҡлы итеп үткәреүгә юл асыу өсөн ҙур мөмкинлек ул. Был төндә яҙмыштарыбыҙ яҙылыуын бөтә күңелебеҙ менән аңлайыҡ, бөтәһе лә бәндәнең үҙенең ҡулында! Хоҙайҙың кешеләрҙе ярлыҡауы билдәле, әлеге кистә был донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булырға теләүселәр өсөн бөтә юлдар ҙа асыла.

Был төндә йөрәгең менән дә, телең менән дә тәүбәгә килергә, Хоҙайҙан бәхет һорарға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә: «Һонолған ҡулдарға бирмәй ҡалмам», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән.
Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙҙән һораған: «Ҡәҙер кисендә ниндәй доға иң яҡшыһы?” — тиеп. Пәйғәмбәребеҙ яуап бирҙе: ”Аллаһүммә иннәкә ғәфү-үн, түхиббүлғәфүә, фәғфү ғәннии“. Йәғни: ”Йә Аллаһ! Дөрөҫлөктә Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, ғәфү ит мине.”

Урыҫ әҙәбиәтендә Ислам темаһына мөрәжәғәт иткән классиктар күп. Пушкин аһәңле «Подражания Корану» теҙмәһен ижад иткән;Ислам илдәрен яратып Лев Гумилев һүрәтләгән.

Мәгәр Бунин Иван тиклем Исламға дан йырлаусы булмағандыр. Шиғырҙар яҙған. Бына шуларҙың береһе:

И. А. Бунин. Ҡәҙер кисәһе (Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе)

Был төндә фәрештәләр Ғәрештән ергә төшә. Ҡөрьән(97:4)

Ҡәҙер кисе. Һырттар ҡушылышты,
Салмалары бейек күккә менде.
Аҙан моңо. Боҙ ҡаялар алһыу.
Тик тарлауыҡ һалҡын бөркә инде.

Ҡәҙер кисе. Бөләңгерт үңергә
Ялпы-ялпы төшә әле болот,
Аҙан моңо. Ғәреш тәхетенән
Аҫылташтар аға йылға булып.

Ябраилдың өнһөҙ-тынһыҙ юлы
Донъя иңләй. Мәрхәмәтле Илаһ,
Фәрештәнең изге сәфәренән
Ҡалдырһаңсы ерҙә һөйөү-иман!

 

 Википедиянан һәм дини календарҙан алынды.

Автор:
Читайте нас: