Күреп тораһығыҙ, Рамаҙан айының һуңғы ун көнөнә аяҡ баҫтыҡ, алда үткән 20 көнө кеүек, ҡалған 10 көнө лә үтәсәк. Кемдеңдер һыуһауы, бәлки, ашағыһы ла килеүе, кемдеңдер ғибәҙәттә йоҡоһоҙ үткәргән төндәре
онотола, ләкин сауабы (бүләге) ҡала.
Ниндәй генә нәмәне алмайыҡ, миҫал өсөн, йөрөгән машиналарыбыҙ шул ҡәҙәр саҡырым үткәс, сервисҡа керергә тейеш, ни өсөн? Бөтөн яҡтан тикшереп, уның именлеген оҙайтыр
өсөн.
Ун бер ай буйына кеше рухи яҡтан туҙа, физиологик яҡтан, ғилем яғынан, иман яғынан туҙа, сөнки әрләшеп тә алабыҙ, ғәйбәт тә булды, ялған да булды. Аллаһы Тәғәлә төҙәлер өсөн, яңырыр, таҙарыр өсөн, иманды
арттырыр өсөн, ғилемде арттырып, киләһе ун бер ай буйына юғары рухи көс менән йәшәү өсөн, иман менән тағы ла бер башҡа күтәрелер өсөн ҡуйған Рамаҙан айын.
Беҙҙең халыҡта бер фекер йөрөй: Рамаҙан айы – изге ай, бер кем дә бының менән бәхәсләшмәй, йәнәһе, был айҙа араҡы менән туй үткәрергә, алдарға ла ярамай тип. Кем әйтте шәүүәл айында ярай тип? Күрәбеҙ: шәүүәлдең беренән иҫерткес эсемлектәр менән туйҙар башлана. Был ниндәй Рамаҙанға булған ҡараш? Гонаһынан тыйылып шәүүәлдә рөхсәт биреү өсөн Рамаҙан айы бирелмәгән, беҙҙең мөһим маҡсатыбыҙ – Аллаһы Тәғәләнең ҡәнәғәт булыуы, башҡа маҡсат юҡ, Аллаһы Тәғәләнең ҡәнәғәт булыуына ирешеү. Әгәр ошо айыбыҙҙа ҡылған ғибәҙәттәребеҙ, изгелектәребеҙ күңелгә рәхәтлек биргән икән, ни өсөн һуң ошо рәхәтлекте ғәйеттән һуң да эҙләмәйбеҙ. Ошо айҙа ураҙа тотоу һиңә еңел булған икән, ошо рәхәтлекте дауам ит! Шәүүәл айының алты көнө – нәфел ураҙалыр, Аллаһы Тәғәлә Рамаҙан айы ураҙаһының тәмен тойоу хисе биргән икән, пәйғәмбәребеҙ аҙнаға ике көн, ай уртаһында өс көн ураҙа тотҡан, ғәрәфә көндәрендә тотоуың менән ураҙаңды, төнгө намаҙыңды дауам ит, тор! Төнгө тәмле йоҡоларыңды бүл, тәһәжжүд намаҙын уҡы, саҙаҡаларыңды, зәкәтеңде бир. Аллаһыны иҫкә алыуыңды, Ҡөръән уҡыуыңды дауам ит!..
Быйыл ғәйет намаҙы 21 апрелдә баҙар эргәһендәге Яңы мәсеттә иртәнге сәғәт һигеҙҙә, Латипов урамындағы мәсеттә туғыҙынсы яртыла, Отрада мәсетендә сәғәт унда, Ҡаранай Моратов урамында сәғәт ун беренсе яртыла уҡыла, ә фытыр саҙаҡаһы кеше башына 150 һумдан бирелә.
Изге доғалар теләп, ғәйет байрамы менән тәбрикләп, Ришад хәҙрәт.