Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
21 Апрель 2023, 07:30

Һәр йортта һөйөү һәм тыныслыҡ хакимлыҡ итһен! Хөрмәтле ҡала халҡы!

Хөрмәтле ҡала халҡы! Мосолмандарҙың иң мөһим һәм яратҡан байрамдарының береһе – Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Ул изге Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй, үҙендә тәрән рухи һәм әхлаҡи мәғәнә йөрөтә.

Ураҙа байрамы изге ураҙаның төп ҡанундарын – рухи таҙарыныу, тыныслыҡты яратыу, мәрхәмәтлек һәм изге эштәр башҡарыуҙы кәүҙәләндерә. Бындай ҡиммәттәр башҡа дин тотоусыларға ла берҙәй үк яҡын һәм аңлайышлы. Улар ижадҡа, изгелеккә, шәфҡәтлелеккә һәм мохтаждарға ярҙам итеүгә әйҙәй.

Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы! Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйем. Һәр йортта бәрәкәт, һөйөү, тыныслыҡ һәм берҙәмлек хакимлыҡ итһен әйҙә!

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

 Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Һәр йортта һөйөү һәм тыныслыҡ хакимлыҡ итһен!  Хөрмәтле ҡала халҡы!
Һәр йортта һөйөү һәм тыныслыҡ хакимлыҡ итһен! Хөрмәтле ҡала халҡы!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: