2006 йылда “Рощинский” совхозы директоры Әнүәр Рауил улы Абдрафиҡов, беҙҙең ауыл кешеләре менән бер осрашып һөйләшкәндән һуң, Күсәрбайҙа мәсет булыр тигән һығымтаһын әйтте. Ә инде 2014 йылдың көҙөндә Зиннур Нәзметдинов хәҙрәттең ризалығы менән ауылға имам итеп һайланғас та, совхоз мәсет төҙөү эшен башлап ебәрҙе, ә 2015 йылдың 25 июлендә ҡупшы, матур Аллаһ йортон беҙгә тапшырҙылар. Рәхмәтебеҙҙең сиге юҡ!
Тәүге ҡорбанды Венер Аҡсулпанов менән Альберт Аҡсулпанов салып ҙур байрам үткәрҙеләр. Альберт Рәшит улының йәне йәннәттә булһын! Йыл да Ҡорбан байрамдары ҡорбан ашһыҙ үтмәне. Аллаһ Үҙе рәхмәтләһен!
Быйыл марттың 30-ында Илнур Илгиз улы Шәфиев, Мәскәүҙән ҡайтып, мәсеттә ифтар үткәрҙе. Ифтар алдынан динебеҙгә арналған викторина ла уҙғарыуы халыҡҡа бик оҡшаны.
Ураҙа байрамы көнө Флүс Рәйес улы Мөхәмәтйәнов менән Руслан Ғазинур улы Аҡсулпанов мәсет ихатаһында оло ҡаҙанда былау бешереп, халыҡты һыйланылар.
Ауылыбыҙ “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып еңеүсе булды. Әлхәмдүллиләһ, бик шатбыҙ. Был эштә, әлбиттә, ул саҡтағы ауыл хакимиәте башлығы Дамир Миҙхәт улы Хөснөтдиновтың өлөшө бик ҙур, ул эш әле лә дауам итә.
...Эскелек бик насар сир бит ул. Уны тамырынан йолҡоп ташлар өсөн күп йылдар кәрәк. Кеше үҙенең мосолман икәнлеген танырға, туған телен, тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белергә тейеш. Бер быуат буйы килгән ауырыуҙы ла, Аллаһ ҡушһа, еңеп сығыр халҡым, ИншәАллаһ!
Ураҙа байрамы көнө яҡшы бер яңылыҡ ишетеп шатландыҡ. Ул да булһа, мәрхүм булған Хәмит ағай менән Зәйтүнә апай Ғүмәровтарҙың балалары йыйылышып, балалар баҡсаһының тәҙрәләренә ҡояштан һаҡланырға жалюзи алып ҡуйғандар. Мохтаждарға ла ярҙам итәләр. Улар даими рәүештә ауылға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәр ваҡыт та беренселәрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙа. Яҡшылыҡты өндәшмәй генә, кешегә һөйләмәй генә эшләйҙәр, Аллаһ ярҙамынан ташламаһын!
Ҡыш буйы мәсеттең юлын (бер кемдең дә ҡушҡанын көтөп ултырмай) трактор менән ҡарҙан таҙартыусы Флүр менән Вадимға мәңге рәхмәтлебеҙ. Флүрҙең улдары ла, үҙенә оҡшап, егәрлеләр. Башланғыс класта уҡып йөрөгән бәләкәй генә ошо балалар мәсеттең күтәрмәһен ҡарҙан таҙартып китәләр. Юлдарында бәлә-ҡаза осрамаһын.
Беҙ башта мәсеткә намаҙға йөрөүселәр аҙ тип ҡайғыра торған инек. Ләкин үрҙә яҙылғандарҙы уйлап ҡараһаҡ, әлхәмдүлилләһ, мәрхәмәтлелелек, миһырбанлылыҡ, изгелек, иман арта. Үҙҙәре ҡалала йәшәһәләр ҙә, мәсеткә килеп намаҙ уҡыусы егеттәребеҙ ҙә, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа күренә. Бына шундай матур күренештәр һөйөндөрә. “Мәсеткә ҡараһаҡ, Аллаһ иҫкә төшә”, – ти улар. Ошо шатлыҡтарыбыҙҙы һеҙгә лә еткергем килде, әлхәмдүлилләһ! Мәсет күркәм ерҙә иман бөркөп ултыра.
Был донъялағы рәхәтлеккә генә риза булып йәшәмәһәк ине. Киләһе донъяны, баҡыйлыҡты уйлап, намаҙ уҡып, яҡшы теләктәр теләп, Аллаһыға доға ҡылып йәшәйексе, йәмәғәт!
Флүрә АҠСУЛПАНОВА,
Стәрлетамаҡ районы, Күсәрбәй ауылы.
Фотолар авторҙың шәхси архивынан алынды.