– Мин бағымсы түгел бит, ҡустым. Күңелгә килгәнде генә әйттем. Йәштәр хәҙер аҡыллы, белмәгәнегеҙ юҡ, интернеттан да кәрәкле мәғлүмәт тә, кешеһен дә табып була. Хәҙер улар быуа быуырлыҡ, теләгең генә булһын.
– Йөрөмәгән ер ҡалманы инде ул, апай. Күбеһе – шарлатан. Минең тап Һеҙҙең ауылға барғы килде. Нисектер, ышанғайым. Кире уйламаһағыҙ инде... – Тимур үҙенең ныҡышҡанына уңайһыҙланып китте.
– Быға тиклем ике төрлө һөйләгәнем булманы, ҡустым. Улайһа, бер сәғәттән фәлән адрес буйынса килерһегеҙ, – Лилиә ашығып атлап китте.
Һөйләшелгән ваҡытта зауыҡ менән йыйыштырылған фатирҙа һөймәлекле һылыу ҡатын йылмайып ҡаршы алды.
– Апай, әйҙүк, үтегеҙ, – тип залға саҡырҙы. – Һеҙгә рәхмәт инде, ғаиләбеҙҙе һаҡлап ҡалғанығыҙ өсөн, – тип йүгереп йөрөп өҫтәл тәрбиәләне. Йәштәрҙең төплө бер фекергә килеп, ихлас һөйләшеп ултырыуы күңеленә хуш килде. Иртәгәһенә Лилиә апаларының эштәре бөтөү менән ауылға юлландылар.
– Халҡыбыҙҙың матур йолалары бик күп. Халыҡ, дин, йолалар бер-береһенә ныҡ тығыҙ бәйләнгән. Уларҙы һис айырып булмай. Әйҙәгеҙ әле, Иҙел буйындағы әүлиә ҡәберенә лә һуғылып китәйек. Унда беҙҙең ырыуға нигеҙ һалыусы ҡанбабабыҙ ерләнгән. Үлгәндәрҙең ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел, тиҙәр. Ошо олатайға доға бағышлап уҡыһаң, юл ыңғай ғына китә, тиҙәр беҙҙә, – тине ҡатын.
Төп-төҙ ҡарағай урманлы, тау-таштарға һыйынып ултырған был бәләкәй ауылға барып еткәс, йәштәргә әкиәт донъяһына килеп эләккәндәй тойолдо. Бик боронғо был мәсеттең тарихы уларҙы ныҡлы ҡыҙыҡһындырып, төрлө һорауҙар менән күмеп ташланы.
– Был ҡарағастан эшләнгән мәсеттең манараһын үткән быуаттың 30-сы йылдарында ауҙарғас, кәнсәләр булып хеҙмәт иткән, шунан әллә нисә йылдар дауамында медпункт булып торҙо. Шунда Хәмзә ағай оҙаҡ йылдар фельдшер булып тирә-яҡ ауыл кешеләрен ҡабул итте. Мин дә был яҡты донъяны уның йомшаҡ ҡулдары аша күргәнмен. Уның олатаһы заманында указлы мулла булһа ла, муллалыҡтан баш тартҡан. Заманы ниндәй булған бит, уйлаһаң – ҡот осор. Хәмзә ағай хаҡлы ялға сыҡҡас, шул буш торған бинаны юллап алды. Улдары менән манараһын ҡуйҙыртып, ауыл халҡы менән берлектә рәтләтте. Хәҙер мәсетебеҙ ауылға йәм биреп тора. Халыҡ һуңғы арала дингә ныҡ тартылды. Уны электән дә бик хөрмәтләйҙәр ине, хәҙер бик абруйлы муллабыҙ ул. Ҡандан ла киләлер инде, нәҫелдәре бик көслө. Яңыраҡ әллә ҡайҙарға барып дин буйынса уҡып та ҡайтты, – тип һөйләне Лилиә ғорурланып.
Иртәгәһенә иртүк мәсеткә инеп, тәүҙә хәйер һалдылар. Хәмзә хәҙрәт сәгер күҙҙәре менән йәштәргә тишә яҙып ҡарап алды.
– Мин хаҡ дин юлындамын, бер Аллаһҡа ышанам һәм табынам. Һеҙҙең менән эшләйһе эштәр күп, бер нисә тапҡыр килергә кәрәк булыр. Изге ниәттән ихлас һораһағыҙ, юлығыҙ асылыр Ин шә Аллаһ! Иң беренсе булып, бөгөн һеҙгә никах уҡыйым. Никах сәғәтегеҙ күптән һуҡҡан, ә һеҙ закон буйынса ғына йәшәп ятаһығыҙ. Ҙур гонаһ ул, балалар. Никах күктәрҙә яҙыла, һеҙҙең яҙмыш бергә үтергә тейешле. Арағыҙҙа өммәт-өлфәт, мөхәббәт булһын тиһәгеҙ, дини йола һаҡланырға тейеш, – тине арбаған тауыш менән.
– Улым, һин яндырай холоҡло ла икәнһең, хәләлеңде юҡ-барға ҡыйырһытаһың. Ә бына исемеңде боҙоп йөрөтөү бөтөнләй килешмәгән эш. Тимер һымаҡ ныҡ, таҙа булһын, тип ҡушҡандар бит. Ҡатының да Зуля түгел инде, – тип баш сайҡап ҡуйҙы.
Йәштәр үҙҙәрен асыҡ китап һымаҡ күргән хәҙрәттән оялып, ҡыҙарып-бешеп сыҡты. Шунан шаһиттар саҡырып, икеһен йәнәш ултыртты ла тейешле доғаларын уҡыны.
– Кешенең, иң беренсе, иманы ныҡ булырға тейеш. яғына “Лә иләәһә илләлаһ, Мөхәммәдүр рәсүлуллаһ!” кәлимәһен телегеҙҙән төшөрмәй гелән әйтеп йөрөгөҙ. Әгәр үлсәүҙең бер яғына ете ҡат ерҙе, ете ҡат күкте һалһаң, ә икенсе яғына “Лә иләәһә илләлаһ, Мөхәммәдүр рәсүлуллаһ!” кәлимәһен һалһаң, ул ауырыраҡ була тигән хәҙис бар.
– Хәҙергә бына ошо сүрәләрҙе уҡып, өйрәнә тороғоҙ, – тип бәләкәй китаптар тотторҙо.
– Зөлфиәм, ҡәҙерлем, минең мәһәр бүләгем – машина булыр. – Үҙ исемен һөйгәненән ҡабатлап ишеткәнгә ҡатындың күҙ йәштәре атылып сыҡты.
– Рәхмәт, Тимерйән! – Йәштәрҙең күҙҙәре асылып ҡалғандай булды, тәндәрендә ниндәйҙер еңеллек, күңелдәрендә һиллек урынлашҡанын тойҙо.
– Хәҙер күбегеҙ ярым шәрә йөрөйһөгөҙ бит. Шул да булдымы һөнәр?! Ҡатын-ҡыҙҙың кендегенә күҙ тейһә, ул йә ауырға ҡалмай, йә бәпесен иҫән-имен таба алмай, – тип икенсе килгәндәрендә Хәмзә олатай оҙаҡ итеп уҡып өшкөрҙө, намаҙ уҡыу ҡағиҙәләрен аңлатып, намаҙға баҫырға ҡушып ҡайтарҙы.
Шул көндән Тимерйән менән Зөлфиә хәҙрәткә йыш-йыш килеп торҙо. Килгән һайын уларҙың тороштары, ҡиәфәттәре ыңғай яҡҡа күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Бер-береһенә һөйөү тулы ҡараш менән бағып, нур сәскән йәштәргә ҡарап Лилиә апайҙары ла бик һөйөндө, изге эштә йөрөйөм, тип ҡыуанды. Бер килгәндәрендә йәштәр Хәмзә хәҙрәт менән бергә ниәт намаҙына баҫты, Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һорап доға ҡылды.
– Улым, нәҙер әйтеп, ҡорбан салдырырға кәрәк. Ҡорбан салыу – шәфҡәтлек, мәрхәмәтлек, рәхимлек билдәһе булып тора. Булыр, балағыҙ, Иншә Аллаһ! Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң.
Ир менән ҡатын бер һүҙһеҙ Хәмзә хәҙрәттең бөтә кәңәштәрен үтәне. Ысын күңелдән доға ҡылды.
– Салған ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын! Әмин! – тип Аллаһтан һораны. Ир менән ҡатын бер һүҙһеҙ Хәмзә хәҙрәттең бөтә кәңәштәрен үтәне. Ысын күңелдән доға ҡылды.
Шул тиклем ихлас, эскерһеҙ хәҙрәткә Тимерйәндең ниндәйҙер изгелек эшләгеһе килде. Ул Өфөнән йәшел ҡалай килтертеп мәсеттең башын яптыртып ҡуйҙыртты, дин буйынса уҡырға киткән баланың сығымдарын ҡаплатты.
– Балам, беҙҙең дин бер нәмәне лә исраф итергә ҡушмай. Ошо мәсетебеҙ эшләп тороп, ишеге һәр саҡ асыҡ булһын, биш тапҡыр аҙан әйтелеп, халҡыбыҙ иманға ҡайтһын, шуға бик риза булыр инем, – тип ҡырт киҫте Тимерйәндең шәхсән үҙенә матди ярҙамынан. Лилиә апай уларҙың башланғысына шатланып, инә ҡаҙ һымаҡ күтәрмәләп йөрөнө, иҫенә төшкән кәңәштәрен бирҙе.
– Бала һорап, таң атҡанда ҡояш сыҡҡан яҡҡа ҡарап ялбарырға, нәҙер әйтергә кәрәк, тигән ырым бар, тиер ине өләсәйем. Ә ул заманында бик оҫта кендек инәһе булған. Ҡулы еңел тиҙәр ине, балаға уҙмағаны ла, әсе тулғаҡ менән оҙаҡ ауырығаны ла килеп алып китер ине. Намаҙға баҫҡан һайын доға ҡылып һорағыҙ.
Тормош үҙ ағышы менән алға барҙы. Миҙгелдәр алмашынып, яҙғы баҡса эштәре, ейәндәренең йәйге ялы, ҡыҙыу бесән өҫтө, еләк мәлдәре менән мәш килеп, һуңғы ваҡытта аралашыу һүлпәнәйеп китһә лә, күңелдәре тынысланып, гөрләтеп донъя көтөп ятҡан дуҫтарына һөйөнөп бөтә алманы. Бер көн йома иртәһендә ҡоймаҡ туғып торһа, ҡапыл телефон шылтырағанға тертләп китте. Таныш номер балҡығас, тиҙерәк ала һалды.
– Апай, апай! Һөйөнсө, һөйөнсө! – тип телефонды ярырҙай булып ҡысҡыра Тимерйән.
– Һөйөнсөңә бер самауыр сәй, ҡустым!
– Апай, ҡотла! Улыбыҙ буласаҡ! Бына әле генә больницанан сыҡтыҡ. УЗИ шулай күрһәтте. Сос малай булмаҡсы, хатта миңә тибеп ебәрҙе, – ти Тимерйән шатланып.
– Ҡотлайым, балалар, ысын күңелдән ҡотлайым! Иҫән-һау, дүрт ағзаһы ла теүәл, тәүфиҡлы бала булһын! Имен-аман йөрөп, еңелдән ҡотолорға яҙһын Зөлфиәңә! – тип бер тынала теҙеп китте. – Тиҙҙән Өфөгә юлым төшә, ҡаймаҡ-ҡоротон үҙем алып барырмын. Оҙон юлға сыҡма, һаҡ йөрө, ауыр күтәрмә, ашағы килгән бөтә ризыҡты ла аша, тип Зөлфиәгә ауыҙ асырға ла бирмәйем. Үәт, шилмалар, нисә ай буйы бер нәмә өндәшмәйҙәр бит әле ул!
– Апай, бөтәһе лә һәйбәт, мин әлегә тиклем үҙемдә бер ниндәй үҙгәреш тә һиҙмәйем ул. Аш та төрләндермәйем. Үҙегеҙ бит күҙ тейеүҙән һаҡланырға ҡуштығыҙ, шуға бер кемгә лә өндәшмәнек, – тип бәхетле гөрөлдәне Зөлфиә.
...Биҙрәнән ҡойған кеүек ҡойоп ямғыр яуа. Ошо ямғыр менән Ер-әсәбеҙ сафлыҡ, бәхет, шатлыҡ нурҙарына ҡойона. Лилиә апай иртәнән бирле йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләй. Шулай булмай, өйгә яңы тыуған бәпес ҡайта бит. Сумкаһына бер кәсә бал, бер йомарлам май тыға һалып, мәсеткә ашыҡты. Шул саҡ ауыл өҫтөндә аҙан тауышы яңғыраны. Бер нисә машина мәсет ҡапҡаһы төбөнә барып туҡтаны. Иң алдан бәхетле олатай-өләсәйҙәр, шунан ап-аҡ юрғанға төрөлгән улын күтәреп Тимерйән, уға һырылып ҡына Зөлфиә атлай. Мәсеткә ингәс, иң тәүҙә ике рәҡәғәт мәсет намаҙын уҡып, хәйер һалдылар.
– Эий, Аллаһтың оло бүләге бит ул, бәхетле, тәүфиҡлы бала булып үҫ! Бына һиңә ауыҙыңа бал, ил һаҡларҙай батыр бул, бына һиңә – май, ата-әсәңә йомшаҡ бул, туғандарыңа изге бул, – тип Лилиә апай бөтөрөлөп йөрөнө. Ә быныһы Аллабирҙемә тәүге бүләгем – Ҡөрьән Кәрим. Улыбыҙҙы бөтә ҡара көстәрҙән гел ҡурсалап, һаҡлап торһон.
– Улымдың исеме кем атлы була? - тип һораны Хәмзә олатай.
– Аллабирҙе, – тине бер тауыштан йәш атай менән әсәй. Хәмзә хәҙрәт ҡәнәғәт йылмайҙы.
– Исемең Аллабирҙе булһын! – тип, баланың тәүҙә бер ҡолағына, шунан икенсеһенә өрҙө.
Шул саҡ иртәнән бирле яуған ямғыр ҡырт туҡтаны ла, күк йөҙөн балҡытын йәйғор ҡалҡты.
Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА.