Изге урындарға хаж ҡылыуҙың тамамланыуын аңлатҡан был байрам тәрән әхлаҡи мәғәнәгә эйә, тыныслыҡты, ниәттәрҙең сафлығын, яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлекте сағылдыра, рухи камиллашыу һәм изге ғәмәлдәр ҡылыу осоро булып тора.
Ҡорбан ул – Аллаһ Тәғәләгә яҡынайыу. Аллаһ Тәғәләнең рәхимлеген һәм сауабын өмөт итеп ҡорбан салып, уның бойороғон үтәү.
Төрлө дин һәм милләт вәкилдәре араһындағы үҙ-ара ихтирам һәм яҡшы мөнәсәбәт республикабыҙҙа һәр ваҡыт төп ҡиммәт, тыныслыҡ һәм татыулыҡ нигеҙе булды һәм буласаҡ – был беҙгә сикһеҙ ҡәҙерле һәм беҙ уны һаҡлаясаҡбыҙ.
Ошо изге байрам һәр йортҡа тыныслыҡ, ҡот һәм муллыҡ килтерһен. Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм изгелектәр теләйбеҙ! Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Эмиль ШӘМӘРҘӘНОВ,
Стәрлетамаҡ ҡала хакимите башлығы.